Козлов Евгений Григорьевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Козлов Евгений Григорьевич (3 ғинуар 1933 йыл — 12 июль 2016 йыл) — тау саңғыһы спорты буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Евгений Григорьевич Козлов 1933 йылдың 3 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында тыуа. 1964 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.

1957 йылдан — «Урожай» ирекле спорт йәмғиәтендә тау саңғыһы буйынса тренер, 1959 йылда — Башҡорт АССР-ы Юғары спорт оҫталығы мәктәбетренеры, 1961—1971 йылдарҙа —"Труд" ирекле спорт йәмғиәте тренеры, 1977 йылдан — «Зенит» ирекле спорт йәмғиәтенең Балалар-үҫмерҙәр Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры, 1987—1994 йылдарҙа — Башҡортостан профсоюздарының ФСО советы тренеры, бер үк ваҡытта 1988—1989 йылдарҙа — СССР-ҙың фристайл буйынса йыйылма командаһы тренеры.

Тәрбиәләнеүселәре араһында Альбервилдәге Ҡышҡы Олимпия уйындарының (1992) көмөш призеры Светлана Гладышева, юниорҙар араһында донъя чемпионы, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Константин Чистяков бар. Шулай уҡ СССР-ҙың 15 спорт мастерын әҙерләгән.

Тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә союз категорияһындағы судья (1973).

Ҡатыны — РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Татьяна Николаевна Козлова. Евгений Григорьевич Козлов 2016 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989).
  • РСФСР-ҙың иң яҡшы тренеры (1989).

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads