Кокле

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кокле
Remove ads

Кокле (латыш. kokle ('kʊ͡ɔk.le); латг. kūkle, лив. kāndla) йәки коклес (kokles, kūkles)[1] — латыш халыҡ ҡыллы музыка ҡоралы; ул литва канклесына, эстон каннелленә, карел-фин кантеленә һәм рус ҡанат гуслиһына оҡшаш[2].

Ҡыҫҡа факттар Классификация, Туғандаш инструменттар ...
Remove ads

Конструкцияһы

Коклес нәҙек ағас декалы трапеция формаһында була. Ағас брусына ҡылдар тар ғына тимер сөйҙәр менән беркетелә. Был музыка ҡоралының ҡылдары хайуандарҙың нәҙек эсәгенән, үҫемлек сүстәренән, латундән йәки ҡоростан булыуы мөмкин. Традиция буйынса унда 6-9 ҡыл була, ә һуңғараҡ ул ундан арта. Түбәнге ҡылдар, ғәҙәттә бурдон ролен үтәй — ул һәр ваҡыт яңғырап тора. Хәҙерге заман коклестарында ҡылдар һаны егермегә етә[3].

Профессиональ булмаған музыка ҡоралдары өсөн йүкә йә ҡайын, академик концерттар өсөн саған ғына ҡулланыла[4].

Remove ads

Тарих

Thumb
СССР-ҙың почта маркаһы

Был музыка ҡоралы тураһындағы беренсе яҙма мөғлүмәттәр, унда прибалтик ҡәбиләләр башҡарғанда, XV быуатта теркәлгән.

Латвияның был милли музыка ҡоралының 1991 йылда СССР почта маркаһы булып сығыуы уның халыҡ символы булараҡ мөһимлегенең билдәһе. 2014 йылда Латвия почта маркаһы сыға[5], ә 2013 йылда сығарылған 1 лат иҫтәлекле аҡсала коклес һүрәтләнгән.[6]

Башҡарыу техникаһы

Thumb
Коклеист Лайма Янсоне

Музыка ҡоралында ғәҙәттә уң ҡул менән кәрәкле ҡылдарҙы һайлап, һул ҡул менән кәрәкмәгәндәрен баҫып, ултырған килеш башҡаралар. Уйнағанда уны өҫтәлгә йә тубыҡтарға һалалар, хәрәҡәт иткәндә елкәгә эләләр.[2]

Варианттар

Был музыка ҡоралының бер нисә вариантын айыралар:

Thumb
11-ҡыллы латгаль коклес
  • латгаль коклес (Latgales kokles) — яңғырашын көсәйткән һәм ҡулдарҙы һалыу өсөн хеҙмәт иткән ҡанаты бар; ул башҡаларға ҡарағанда ауырыраҡ һәм биҙәлеше яғынан ҡайтыш;
  • курзем коклес (Kurzemes kokles) — ҡанатһыҙ, орнамент һәм һырҙар менән биҙәлгән;
  • цитркоклес (cītarkokles) — һуңғараҡ Көняҡ Европа цитрҙары йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән ҙур корпуслы тимер колкалы күп ҡыллы музыка ҡоралы;
  • концерткоклес (koncertkokles) — киңерәк диапазонлы ноталы, ҡайһы берҙәрендә ҡылдарҙың тон юғарылығын үҙгәртеү өсөн ҡоролма бар.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads