Колорадо (йылға)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Колорадо (йылға)map
Remove ads

Колора́до (ингл. Colorado River, исп. Río Colorado) — АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышындағы һәм Мексиканың төньяҡ-көнбайышындағы ҙур йылға.

Ҡыҫҡа факттар Колорадо, ингл. Colorado River ...
Remove ads

География

Оҙонлоғо — 2334 км. Бассейн майҙаны — 637 137 км².

АҠШ-тың Колорадо штатында, Ҡаялы тауҙарҙа башлана һәм башлыса көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Йылғала Аризона һәм Невада штаттарының сигендә урынлашҡан Мид һыуһаҡлағысынан һуң, йүнәлешен ҡырҡа көньяҡҡа табан үҙгәртә. Артабан Мексика сиген үтеп Колорадо йылғаһы киң дельта барлыҡҡа килтерепе Тымыҡ океандың Калифорния ҡултығына ҡоя. Әммә һуңғы 20 йыл эсендә йылға һыуҙары тик биш мәртәбә генә — көслө һыу ташҡындары осорондпа ғына — Калифорния ҡултығына барып еткән. 1998 йылғы һыу ташҡыны ваҡытында Колорадо һуңғы тапҡыр үҙ һыуҙарын диңгеҙгә ҡоя[1].

Үҙенең тәрән каньондары менән билдәле булған Колорадо йылғаһы шулай уҡ АҠШ-тың киң көньяҡ-көнбайыш территорияһында ауыл хужалығы һәм ҡалалар халҡы мохтажлығы өсөн үтә кәрәкле һыу сығанағы булып тора. Йылға һәм уның ҡушылдыҡтарының ағымы кеше тарафынан ҡоролған бихисап быуалар, һыуһаҡлағыстар һәм деривацион каналдар ярҙамында контролдә тотола[2]. Йылға электроэнергия етештереү өсөн әүҙем файҙаланыла[3][4][5].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads