Коптяева Антонина Дмитриевна
рус совет яҙыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Антонина Дмитриевна Коптяева (1909—1991) — урыҫ совет яҙыусыһы, өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).
Remove ads
Биографияһы
А. Д. Коптяева 1909 йылдың 25 ноябрендә (7 ноябрь) үҙенең атаһының Южный приискыһында (хәҙерге Амур өлкәһе Зейский районы) тыуған. 1926 йылдан башлап Алдан приискыларында контора хеҙмәткәре булып эшләй.
1932 йылда ире Карл Янович Зейтэ менән Колымаға бара, ул унда һөргөнгә ебәрелгән була (Дальстрой производство бюроһы начальнигы урынбаҫары булып эшләй, һуңынан атып үлтерелә).
Тәүге хикәйәһе 1935 йылда баҫылып сыға. 1939 йылдан А. М. Го́рький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый (һуғыш ваҡытында өҙөклөктәр менән, госпиталдә эшләй), уны 1947 йылда тамамлай. 1958—1990 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, 1971 йылдан — шулай уҡ СССР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы була.
Икенсе ире — яҙыусы Ф. И. Панферов.
Мәскәүҙә йәшәй. А. Д. Коптяева 1991 йылдың 12 ноябрендә вафат була. Мәскәүгә яҡын Аксиньинский зыяратында ерләнгән[3].
Иң билдәле әҫәре — табип-нейрохирург И. И. Аржановтың тормошо тураһында трилогия («Иван Иванович», «Дружба», «Дерзание»). Ун йылдан артыҡ Граждандар һуғышы ваҡиғалары тураһындағы «На Урал-реке» романы өҫтөндә эшләй (1971—1986), ул тамамланмай ҡала.
Remove ads
Әҫәрҙәре
- Колымское золото, 1936 (А. Зейтэ тип ҡул ҡуя)
- Были Алдана, 1937 (А. Зейтэ)
- Фарт, 1941 (приискыларҙағы тормош тураһында роман)
- Товарищ Анна, 1946 (ҡатын-ҡыҙҙың ғаилә проблемалары тураһында роман, 1947 йылда сәйәсәткә битараф булыуҙа шелтәләгәндән һуң һиҙелерлек эшкәртелгән)
- трилогия
-- Иван Иванович, 1950 (ваҡиғалар Якутияла һуғыштан алдағы йылдарҙа бара)
-- Дружба, 1954 (ваҡиғалар Сталинград һуғышы ваҡытында бара)
-- Дерзание, 1958 (һуғыштан һуңғы осор тураһында)
- Дар земли, 1965
- На Урале-реке
-- 1-се китап. — 1971
-- 2-се китап // Молодая гвардия. — 1978. — № 2—5
- Һайланма әҫәрҙәр, 6 томда . 1972—1975; 1988—1989.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «Иван Иванович» романы өсөн (1949)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (09.11.1959; 20.11.1969)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (06.11.1979)
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads