Корбут Ольга Валентиновна

совет гимнасы From Wikipedia, the free encyclopedia

Корбут Ольга Валентиновна
Remove ads

О́льга Валенти́новна Ко́рбут (16 май 1955 йыл, Гродно, Белорус ССР-ы, СССР) — совет гимнасы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972). Ҡораллы Көстәр өсөн сығыш яһай. Ренальд Кнышта шөғөлләнә[6]. Уҡытыусы тренер специальносы буйынса Гродно дәүләт педагогия институтын тамамлай (1977)[7][8].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Спорт биографияһы

Thumb
Лондонда мадам Тюссо музейында Ольга Корбуттың балауыҙ һыны

Ольга Корбут 1963 йылда икенсе класта уҡыған сағында Ярослав Иванович Королдең гимнастика түңәрәгенә килә. 1965 йылда 10 йәшендә Ренальд Кныштың төркөмөнә эләгә. Тәүге ҙур уңышҡа 1970 йылда өлгәшә — таянып һикереүҙә СССР чемпионы була һәм СССР йыйылма командаһына индерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бүрәнәлә сальто эшләй алған тәүге гимнаст.

Спорт гимнастикаһы тарихына Людмила Турищева менән Ольга Корбуттың бер-береһенә ҡаршы тороу тарихы ингән. Турищева иҫке академик гимнастика мәктәбен кәүҙәләндерә, ә Корбут спорттағы яңы ағымды сағылдыра: дыуамал элементтар, атлетизм һәм йәшлек. 1972 йылда Мюнхен Олимпиадаһында Корбут новаторҙарса гимнастика элементтарын күрһәтә һәм тамашасы һөйөүен яулай. Ләкин абсолют беренселек өсөн ҡаты алышта Турищеванан еңелә[9]. Абсолют беренселектә үҙенең яратҡан снаряды булған бүрәнәлә сығыш яһағанда ул етди хата ебәрә һәм һөҙөмтәлә хатта призёрҙар иҫәбенә лә инмәй[10].

1976 йылда Ольга Монреалдәге Уйындарҙа СССР йыйылма командаһында була, команда составында алтын һәм бүрәнәлә көмөш награда яулай.

1991 йылдан АҠШ-та йәшәй[11], Америка гражданлығына эйә[12].

Remove ads

Шәхси тормошо

1972 йылғы Олимпиаданан һуң Ольга Корбут эфир йондоҙона әүерелә һәм 1973 йылда АҠШ-ҡа гастролгә саҡырыла. Гастролдәр ҙур триумф менән үтә, һәм Америкала спорт гимнастикаһының абруйы ҡапыл күтәрелеүҙе уның менән бәйләйҙәр. 1974 йылда биографияһы мотивтары буйынса «Чудо с косичками» тигән нәфис фильм төшөрөлә, унда спорт күнегеүҙәрен үҙе башҡара (төп ролдә — Ирина Мазуркевич).

Спорт карьераһын Ольга Монреалдә үткән Олимпиаданан һуң тамамлай. 1977 йылда Гродно университетының тарих факультеты дипломын ала. 1978 йылда «Песняры» төркөмөнөң солисы билдәле йырсы Леонид Борткевичҡа кейәүгә сыға. Уның менән 22 йыл йәшәй, Ричард исемле ул үҫтерәләр. 2000 йылда айырылышалар[13].

2017 йылда биш олимпия миҙалын һәм спорт еңеүҙәре менән ҡайһы бер әйберҙәрен аукционға һатыуға сығара[14], улар өсөн 183 мең доллар ала[15]. The Daily Telegraph хәбәр итеүенсә, Корбуттың миҙалдарын һәм шәхси әйберҙәрен һатыуы финанс ауырлыҡтары һәм шәхси тормошондағы проблемалар менән бәйле[16], әммә Корбут үҙе миҙалдарҙы һатыуы тураһындағы хәбәрҙе инҡар итә[17].

Remove ads

«Корбут тоҡаны»

Ольга Корбут беренсе булып «Корбут тоҡаны» тигән уникаль элементты башҡара[18]. Гимнаст төрлө бейеклектәге брустарҙың бейегенә менеп баҫа ла өҫкө брусҡа йәбешеп фляк яһай. Элемент уның тарафынан Мюнхендағы Олимпиадала брустағы күнегеүҙәр барышында башҡарыла.

Һуңынан элементты гимнаст Елена Мухина камиллаштыра — уға винт өҫтәй. Әлеге ваҡытта «Корбут тоҡаны» рәсми ярыштарҙа башҡарылмай, сөнки ҡағиҙәләр менән тыйыла (ҡатын-ҡыҙ гимнастарға өҫкө брусҡа аяҡ менән менеп баҫырға ярамай)[19].

Ҡаҙаныштары

Thumb
Әзербайджан почта маркаһында Ольга Корбут фотоһы, 1996 йыл
  • 4 тапҡыр Олимпия чемпионы:
    • 1972 йыл — команда беренселегендә, бүрәнә һәм ирекле күнегеүҙәр
    • 1976 йыл — команда беренселегендә
  • Ике тапҡыр Олимпия уйындары вице-чемпионы (1972 — брус, 1976 — бүрәнә)
  • Таянып һикереүҙә 1974 йылғы донъя чемпионы
  • 1970 һәм 1974 йылдарҙа команда беренселегендә донъя чемпионы
  • 1975 йылда СССР халыҡтары спартакиадаһы еңеүсеһе һәм СССР-ҙың абсолют чемпионы, күп тапҡырҙар СССР чемпионы
  • 1973 йылда абсолют беренселектә Европа чемпионатының көмөш миҙал менән бүләкләнеүсеһе.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads