Королевский Алексей Григорьевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Королевский Алексей Григорьевич (13 сентябрь 1941 йыл — 18 август 2013 йыл) — Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Григорьевич Королевский 1963 йылда Свердловск сәнғәт-педагогия училищеһын (И. Д. Шадр исемендәге Екатеринбург һынлы сәнғәт училищеһы) тамамлай.

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. График. 1970 йылдан алып рәссамдар союзы ағзаһы. 1976 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы.

1964 йылдан алып республика, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз, зона, төбәк, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Венгрия республикаһы милли музейында (Будапешт), Башҡортостан Республикаһы Милли музейында (Өфө) һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Remove ads

Төп эштәре

  • Башкирия, земля моя. Линогравюралар серияһы, 1966—1969.
  • Өфө кремле, линогравюра, 1969.
  • «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары» китабын биҙәй, Башҡортостан китап нәшриәте, 1969.
  • «Мальчиш-Кибальчиш» китабын биҙәй, Башҡортостан китап нәшриәте, 1977.

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1964 йылдан алып бөтә күргәҙмәләр.
  • Өс зона рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
  • В. И. Ленин тыуыуының 100-йыллығына арналған Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
  • I Бөтә Рәсәй һүрәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1972.
  • «Тыуған ил буйлап» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1972.
  • Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе «СССР-ға 50 йыл», Мәскәү, 1972.
  • Йәш рәссамдар әҫәрҙәренең Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1973.
  • III Бөтә Рәсәй эстамп күргәҙмәһе, Мәскәү, 1974.
  • Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе «Советская Россия-5», Мәскәү, 1975.
  • Бөтә Рәсәй плакат күргәҙмәһе, Өфө, 1976.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре ; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР, Мәскәү, Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең ун көнлөк күргәҙмәһе, 1969.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең Ҡара-Ҡалпаҡ АССР-ында, Нукус ҡалаһында ун көнлөк күргәҙмәһе, 1976.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең ГДР-ҙа, Галле ҡалаһында күргәҙмәһе, 1975.

Әҙәбиәт

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • А. Янбухтина: Буклет «А, Королевский». Башкирское книжное изд., 1974.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads