Корольков Юрий Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Корольков Юрий Васильевич (30 октябрь 1948) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре,1992 — 2003 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Президенты Советы ағзаһы, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе урынбаҫары, «Башҡортостан Республикаһының һуғыш һәм хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙар) йәмәғәт ойошмаһының Октябрьский ҡалаһы ойошмаһы» йәмәғәт ойошмаһы Рәйесе.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Корольков Юрий Васильевич 1948 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

Белеме

Куйбышев инженер-төҙөлөш институтын, 1980 йылда Свердловск ҡалаһындағы юғары партия мәктәбен тамамлай.

Эш урындары

  • 1966—1968 — «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында (НПУ) электрослесарь.
  • 1968—1972 — «Аксаковнефть» НПУ-да 2-се Төҙөлөш-монтаж идаралығы (СМУ-2) мастеры, инженеры.
  • 1972—1975 — «Аксаковнефть» НГДУ-һы проект-смета бюроһында (ПСБ) баш инженер, начальник урынбаҫары.
  • 1975—1978 — Бәләбәй хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
  • 1978—1980 — Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый.
  • 1980—1983 — Башҡортостан КПСС Өлкә комитеты финанс хужалыҡ бүлегенең төҙөлөш буйынса инженеры.
  • 1983—1989 — Туймазы депутаттар ҡала Советының башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1989—1990 — Октябрьский КПСС ҡала Советының беренсе секретары.
  • 1990—1992 — Октябрьский депутаттар ҡала Советы рәйесе- ҡала Советының башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1992—2003 — Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы.
  • 2003 −2008 — «БашРЭС — Нефтекама» Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре директоры.
  • 2008 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем — Октябрьский ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙар) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы, 1998 йыл.
  • Рәсәй Федерацияһы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 10 йыл миҙалы, 2000 йыл.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, 1993 й.
  • Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе, 1994 г.
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, 1998 г.
  • Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, 1999 й.
  • Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре, 1999 й
  • «Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданины»

Мауығыуҙары

Волейбол, бокс, балыҡ тотоу, тарихи һәм археологик әҙәбиәт уҡыу.

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads