Крайзельбурд Леонид Петрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Крайзельбурд Леонид Петрович (5 декабрь 1899 йыл, Рәсәйҙең Бессарабия губернаһы Сороки ҡалаһы — 15 октябрь 1965 йыл, Өфө), уролог. Медицина фәндәре докторы (1949), профессор (1951). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ҡатнашыусыһы(недоступная ссылка).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Леонид Петрович Крайзельбурд 1899 йылдың 5 декабрендә Рәсәйҙең Бессарабия губернаһының Сороки ҡалаһында (хәҙер Молдова Республикаһы) тыуа. 1924 йылда Одесса медицина институтын тамамлай. Унан һуң Киев, Одесса, Кривой Рог, Железноводск, Архангельск ҡалаларында эшләй. 1937 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Архангельск ҡалаһы медицина институтының урология курсы буйынса доценты итеп һайлана. 1941—45 йылдарҙа Карел, 1‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарының госпиталь базаһында баш уролог булып хеҙмәт итә(недоступная ссылка).

1946 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй, 1951 йылдан урология курсы мөдире, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире була. 1949 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1951 йылда профессор дәрәжәһен ала.

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеген урология ауырыуҙары өлкәһендә алып бара. Атыу ҡоралынан кесе янбаш йәрәхәтләнгәндә ағзалар зарарланыуын асыҡлау, дауалау ысулдарын өйрәнеү һәм камиллаштырыу буйынса тикшеренеүҙәр алып бара. Кайзельбурд «Янғантау» шифаханаһының дауалау факторҙарын тикшерә, бәүел‑енес системаһы туберкулёзы менән ауырығандарҙы шифахана шарттарында ҡымыҙ ҡулланып комплекслы дауалау ысулын эшләй. Крайзельбурд ҡатнашлығында Республика клиник дауаханаһында «яһалма бөйөр» бүлеге, «Шафран» һәм «Глуховская» шифаханаларында фтизиоурология бүлексәләре асыла 2019 йыл 16 сентябрь архивланған..

Крайзельбурд 1955 йылдан алып Урологтарҙың Башҡортостан фәнни медицина йәмғиәте рәйесе була. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш урологы итеп тәғәйенләнә. Республика дауаханаларында урология койкалары һанын арттырыуға өлгәшә. Республика клиник дауаханаһында эре клиника аса. Леонид Петрович Крайзельбурд инициативаһы менән 1962 йылда Советтар Союзында тәүгеләрҙең береһе булып Республика клиник дауаханаһы базаһында «яһалма бөйөр» бүлексәһе асыла. Беренсе гемодиализ 1964 йылдың 15 ғинуарында яһала.

Профессор Л. П. Крайзельбурд башланғысында 1955 йылда Башҡортостанда урологтарҙың ғилми-ғәмәли йәмғиәте ойошторола. Ул 40-тан ашыу юғары квалификациялы урологты берләштергән мәктәп булдыра 2019 йыл 16 сентябрь архивланған.. 1965 йылдың 23 октябрендә Өфөлә вафат була.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордены
  • СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957)
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964)(недоступная ссылка)

Хеҙмәттәре

100‑гә яҡын фәнни хеҙмәте нәшерләнгән. Ике монография авторы: «Клинико-рентгенологическая диагностика урологических заболеваний», Уфа, 1962 г.

«Туберкулез мочеполовой системы», Уфа, 1964 г.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads