Крюкова Антонина Яковлевна

ғалим, табип-терапевт From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Крюкова Антонина Яковлевна (5 март 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-терапевы. Медицина фәндәре докторы (1988). Профессор (1989). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Антонина Яковлевна Крюкова 1936 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Сухаревка ауылында тыуған. Сухаревка ауылы XIX быуат аҙағында Нурдәүләт һәм Һабаш аулыдары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙә урыҫ крәҫтиәндәре тарафынан төҙөлгән. Бында буласаҡ академик, яҙыусы, «Новый мир» журналының баш мөхәррире, Социалистик Хеҙмәт Геройы Залыгин Сергей Павлович тыуған.

1963 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Архангел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1966 йылдан — Стәрлетамаҡ районы «Стәрлетамаҡ» совхозының Үҙәк усадьбаһы дауаханаһында участка табибы була.

Thumb
Кешенең лимфа системаһы

1968 йылдан — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советының һаулыҡ һаҡлау бүлегендә баш терапевт. 1971—1975 йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт медицина институтының терапия кафедраһында аспирантурала уҡый. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында (1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡыта. 1986 йылда поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире.

Remove ads

Ғилми хеҙмәттәре

Фәнни тикшеренеүҙәре диагностикалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған, шул иҫәптән генетик тикшеренеүҙәр; гастроэнтерологик ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү. Ғалим сәнәғәт предприятиеларының язва ауырыуынан интегеүселәрҙе реабилитациялау һәм инвалидлыҡты иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәр, шулай уҡ эске органдар ауырыуҙарын профилактикалау буйынса программалар әҙерләй, улар Башҡортостан Республикаһының дауалау-профилактика учреждениеларына индерелгән.

Аҙаҡҡы йылдарҙа А. Я. Крюкова етәкселегендә һаулыҡ һаҡлау практикаһына яҡынса 200 яңы диагностикалау һәм эске органдарҙың төрлө патологияларын дауалау һәм ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау ысулдары индерелә.

Профессор етәкселегендә биш докторлыҡ һәм 13 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. 2000 һәм 2009 йылдарҙа «Поликлиник терапияһы» дәреслеге (2002 йыл тулыландырыла); алты монография, студенттар, практик табиптар һәм һаулыҡ һаҡлау уҡытыусылары өсөн 65 методик әсбаптары нәшер ителгән.

450-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм өс уйлап табыу авторы.

Remove ads

Ғилми хеҙмәттәре


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975);
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003);
  • Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads