Кучеров Евгений Васильевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кучеров Евгений Васильевич (10 май 1924 йыл — 12 июль 2005 йыл) — ғалим-ботаник. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
Remove ads
Биографияһы
- Евгений Васильевич Кучеров 1924 йылдың 10 майында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны[1] Дыуан ауылында тыуған.
- 1946 Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
- 1958 йылдан алып Биология институтында лаборатория мөдире.
- 1996 йылдан Биология институтында баш ғилми хеҙмәткәр.
- 2005 йылда Өфөлә вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
Е. В. Кучеров етәкселегендә республикала ботаник ресурстарҙы өйрәнеү үҫеш ала. Дарыу үҫемлектәренең 100-гә яҡын төрө өйрәнелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградаһы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991)
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974)
Хеҙмәттәре
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads