Кушнаренко районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кушнаренко районы (рус. Кушнаренковский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Кушнаренко ауылы. Районда 28 мең 607 кеше йәшәй.
Remove ads
Билдәле шәхестәр
- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22.10.1912—12.10.1970) — Советтар Союзы Геройы (1943). Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Иҫке Ғүмәр ауылынан.
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15.02.1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981) һәм уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Ҡарасайылға ауылынан.
- Ғилманов Рим Сабит улы (20.03.1939), мәғариф хеҙмәткәре, 1958–1995 йылдарҙа Яңы Ғүмәр ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы[2].
- Ғәлиәкбәров Зөфәр Дилмөхәмәт улы (10.11.1923—2012), педагог, Кушнаренко 1-се мәктәбенең элекке военругы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23.02.1947—24.03.2015), СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Үгеҙ ауылынан.
- Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы [7.11.1908—18.06.1993), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Түбән Аҡбаш ауылынан.
- Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы (15.08.1943), театр режиссёры. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003). Ҡаратәкә ауылынан[3].
- Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9.08.1913—10.05.1998), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987). Ҡарасайылға ауылынан.
- Чайников Павел Семенович (5.07.1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ахлыстин ауылынан.
Remove ads
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads