Кюрасао

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кюрасаоmap
Remove ads

Кюраса́о (нидерл. Curaçao, папьям. Kòrsou) — Кариб диңгеҙенең көньяғында, Венесуэлаға яҡынырыҡ ҙур утрау һәм шул исемдәге дәүләт. Нидерланд Короллеге федерацияһы субъекты булып тора.

Ҡыҫҡа факттар

Ҡоро ер майҙаны — 444 км². Халҡы — 141 766 кеше (2009). Баш ҡалаһы — Виллемстад ҡалаһы.

Thumb
Уртау картаһы
Thumb
Виллемстад ҡалаһы
Remove ads

Географик урыны

Кюраса́о — Кариб диңгеҙендә Кесе Антил утрауҙары төркөмөндә Ел теймәгән утрауҙар төркөмсәһендәге утрау. Венесуэла ярҙарынан 80 км алыҫлыҡта. Архипелагтағы иң ҙур утрау

Кюрасао утрауынан 11 км көньяҡ-көнсығышта кеше йәшәмәгән островок Кесе Кюрасао утрауы урынлашҡан.

Климат

Климаты —субэкваториаль, уртаса температура +30 °C. Ғинуарҙа иң түбән температура: +26…+28 °C. Сентябрьҙан декабрь башына тиклем ямғырҙар осоро, ҡыҫҡа ҡойма ямғырҙар төндә үтәләр, көндөҙ ҡояшлы көн тора. Йыллыҡ яуым-төшөм 500—600 мм.

Thumb
Фламинго

Флора һәм фауна

Утрауҙа кактустың йөҙгә яҡын төрө үҫә. Антил утрауҙарының символы —диви-диви ағасы, Кюрасао утрауында көнсығыштан даими иҫкән елдәрҙә ул һәр ваҡыт көнсығышҡа ҡарап үҫә. Пальманың ҡайһы бер төрҙәре үҫә. Утрауҙа ҡаты ҡара ҡайырлы ҙур булмаған япраҡлы мансания ағасы үҫә. Уның емеше һәм һуты үтә ағыулы, ағас ҡайырына тейеү ҙә кешегә зыян килтереүе мөмкин. Утрауҙа донъяла иң ҙүр колонияһы булған аҡ койроҡло боландар тереклек итә.

Thumb
1836 йылғы Кюрасао картаһы

Утрауҙы колониялаштырыу

Утрауҙы 1499 йылда испан диңгеҙсеһе Охеда Алонсо де аса. Риүәйәт буйынса Охеда Коньяҡ америкаға барышлай утрауҙа цинга менән сирләгән өмөтһөҙ ауырыуҙарҙы ҡалдыра. Кире юлда ул утрауҙа ҡалған диңгеҙселәрҙе һауыҡҡан итеп осрата: диңгеҙселәрҙе утрау үҫемлектәрендә күпләп булған С витамины ҡотҡара. Шуға күрә, Охеда утрауҙы Кюрасао тип атай (иҫке португал телендәге «cure» — һауығыу тигәнде аңлата).

Икенсе фараз буйынса «curazon» йөрәк тигәнде аңлата. Португал картографтары уны «Кюрасао» тип үҙгәртә.

XVI быуат башында утрау Испания диңгеҙ флоты базаһы булып хеҙмәт итә. Тик утрауҙа хеҙмәт итеүселәр һыу етмәгәнлектән утрауҙы ташлап китәләр. Партугалдарҙан һуң Голландия утрауға дәғүә итә. Улар ер сәтләүеге, емеш-еләк, кукуруз үҫтерәләр, күп һанлы тоҙло күлдәренән тоҙ табалар.

1634 йылда утрау Голландияның Вест-Һинд компанияһы контроленә күсә. Утрау Нидерланд ҡулы аҫында XVII быуаттан бирле була. Плантацияларҙа эшләү өсөн меңләгән ҡол килтерелә, ике быуат буйы утрау ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе булараҡ үҫеш ала. 1863 йылда ҡол биләүселекте бөтөрөү Кюрасао өсөн оҙойлы иҡтисади депрессияға әйләнә.

Remove ads

Хәҙерге ваҡыт

1916 йылда утрауҙа нефть эшкәртеү заводы асыла. 1954 йылда утрау Нидерланд Антил утрауҙары исемен һәм ярымавтономия статусын ала. 2010 йылдың 10 октябренә тиклем утрау Нидерланд Антил утрауҙары тип иҫәпләнә; хәҙер Нидерланд Короллегендәге киңәйтелгән автономиялы дәүләт тип иҫәпләнә. Дәүләт оборонаһы һәм тышҡы сәйәсәте Нидерланд хөкүмәте ҡарамағында.

Һылтанмалар

Ҡалып:Нидерландтың Кариб диңгеҙендәге биләмәләре Ҡалып:Төньяҡ Америка Ҡалып:Кариб диңгеҙе янындағы илдәр Ҡалып:Вест-Индия Ҡалып:КАРИКОМ

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads