Кютахья

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кютахьяmap
Remove ads

Кюта́хья[6] (төр. KütahyaKütahya , юнан. Κοτυάειον) — хәҙерге Төркиә территорияһындағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Халҡы — 170 000 кеше (2004 йыл). Шул исемдәге провинцияның баш ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Кана әлифбаһында исеме, Дәүләт ...

Thumb
Сәғәтле сквер

1912 йылда бында 106 176 төрөк, 6800 грек, 3307 әрмән йәшәгән[7]

Ҡалала һәйкәлдәр бик күп, улар араһында — замок, мәсеттәр, мәҙрәсә, мунсалар, мавзолеҙар, шәхси йорттар.

Remove ads

Тарихы

Кютахьяға антик гректар нигеҙ һала (бәлки, боронғо грек ҡәбиләһе ионийҙарҙыр), фригийҙар булыуы ла ихтимал. Беҙҙең эраға тиклем 334 йылда ҡаланы Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) баҫып ала һәм Котеон (Kotiaeon) исемен ҡуша.

Иоанна Малалы мәғлүмәттәре буйынса, Феодосия II батша булған осорҙа (408—450), 443 йылда, Кютахьяның епискобы итеп Кир Панопольский ҡуйыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: унан алдағы дүрт епископты халыҡ үлтерә.

1078 йылда Кютахьяны төрөк-һалйоттар[8] баҫып ала, әммә 1097 йылдар тирәһендә ҡала кире Византия составына ҡайтарыла. Төрөктәрҙе византиялылар әллә ни алыҫҡа ҡыумай, шуға ла 1159 йылда Киликияға яһаған хәрби походынан ҡайтып килгән Мануил Комнин армияһына һалйоттар һөжүм итә. Мириокефаль хакимлыҡ иткән осорҙа, в 1176 йылда, гректарҙың еңелеүе төбәктә һалйоттарҙың күбәйеүенә килтерә. 1182 йылда мосолмандар византиялыларҙы ҡаланан бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығара. 1300 йылда Кютахья Гермиян курд бейлегенең баш ҡалаһына әйләнә. 1428 йылда ҡаланы төрөк-ғосманлылар баҫып ала. XVI быуатта керамика изделиеларын етештереү һәм ағасҡа ырып һүрәт төшөрөү буйынса Кютахья Изникҡа (Никея) конкурент була.

1833 йылда Кютахьяны Ибраһим-паша (Мөхәммәт-Ғәли Египетскийҙың аҫрауға алған улы һәм уңы ҡулы) яулай. Әммә Босфор боғаҙына урыҫ десанты килеп туҡтағас, Мөхәммәт-Ғәлигә Кютахия солохон төҙөргә һәм провинцияны азат итергә тура килә.

1850—1851 йылдарҙа Кютахьяға венгр диктатор-эмигранты Лайош Кошут һөргөнгә ебәрелә.

Ғосман империяһы осоронда геноцид осоронда әрмән общинаһы (рәсми ғосман мәғлүмәттәре буйынса 4 мең тирәһе кеше) ҡаланан ҡыуылмаған берҙән бер община була[9][10][11].

1921 йылда Икенсе Грек-төрөк һуғышының иң ҙур алышы тап ошо ҡала территорияһында була, был һуғышта грек армияһы еңә һәм гректар ҡалаға ҡайтып тула. Ә 1922 йылда Думлупынар етәкселегендә төрөктәр еңеү яулай, уның хөрмәтенә ҡалланан әллә ни алыҫ булмаған урынға һәйкәл дә ҡуйылған.

Remove ads

Билдәле кешеләре

  • Абд аль-Вахид
  • Элвия Челеби
  • Комитас

Туғанлашҡан ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads