Лавров Сергей Андреевич
учёный-конструктор From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Лавров Сергей Андреевич ( 6 ноябрь 1935 йыл) — ғалим-конструктор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).
Remove ads
Биографияһы
Лавров Сергей Андреевич — 1935 йылда хәҙерге Ҡаҙағстандың Жана Семей ҡасабаһында тыуған. 1969 йылда Ҡазан дәүләт авиация институтын (хәҙер Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты) тамамлай[1].
1959 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең өлкән инженер конструкторы
1960 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең баш конструктор урынбаҫары.
1964 йылдан — баш конструктор.
1991 йылдан — тәжрибә конструкторлыҡ бюроһы начальнигы.
1994-1996 йылдарҙа конструкторлыҡ-техник бүлек начальнигы.
1996 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, бер үк ваҡытта 2005—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы.
Remove ads
Ғилми эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
Лавров Сергей Андреевич етәкселегендә хисаплау техникаһының (борт цифрлы хисаплау машиналары), электр бритваларының, донъялағы тәүге «Ағиҙел‑1К» космик бритваһының төрлө модификациялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[1].
- Динамическая погрешность вибрационного гироскопа с мультипликатором // Технология авиационного приборо- и агрегатостроения (авторҙаш) Саратов,1969;
- Динамические характеристики роторного вибрационного гироскопа (авторҙаш), Саратов;
- Погрешности вибрационного гироскопа с мультипликатором, обусловленные угловым движением основания (авторҙаш),Саратов.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977)
«Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads