Лазарев Дмитрий Ильич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Лазарев Дмитрий Ильич (8 ноябрь 1922 йыл — 27 февраль 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Remove ads
Биографияһы
Дмитрий Ильич Лазарев 1922 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Братовщина ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 7 класс тамамлай. Колхозда эшләй.
1941 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың июнь айынан. Көньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Дала, 2-се Украина, 1-се Белорус фронттарында һуғыша. Курск алышында ҡатнаша, Днепр, Прут, Висла, Одра аша сыға, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Дүрт тапҡыр яралана.
1945 йылдың 21 ғинуарында орудие командиры гвардия сержанты Лазарев Дмитрий хеҙмәт иткән 34-се гвардия мотоуҡсылар бригадаһының артиллерия дивизионы (12-се гвардия танк корпусы, 2-се гвардия танк армияһы, 1-се Белорус фронты) төнгө марш менән барғанда, польша ҡалаһы Иновроцлавтан көнбайыштараҡ дошман засадаһы менән осраша. Ҡараңғылыҡ менән файҙаланып, Лазарев расчет яугирҙәр менән бергә орудиеһын дошман батареяһына 200 метрға тәгәрләтеп килтерә һәм мәргән ут менән өс пушкаларын юҡ итә. Фашист автоматсылары совет артиллеристарын ситләтеп үтеп, арт яҡтан һөжүм итә. Орудиены бороу һуң икәнен күреп, Лазаревтың орудие расчеты дошманға гранаталар ырғыта һәм автоматтарҙан ата. Алыш бөтә. Дошман юҡ ителә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия сержанты Лазарев Дмитрий Ильичҡа, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә(№ 5730).
Старшина Д. И. Лазарев 1948 йылдың апрелендә демобилизациялана. Йәшәү урынын итеп Ярославль ҡалаһын һайлай, бында уҡый, китап нәшриәтендә эшләй, артабан — Ярославль музей-ҡурсаулығында директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары була.
1991 йылдың 27 февралендә вафат була. Көнбайыш граждандар зыяратында ерләнә (Чурилково). 1993 йылда Ярославлдең Хәрби мемориал зыяратының Геройҙар аллеяһына күсереп ерләнә.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (27.02.1945)[2][3].
- Ленин ордены (27.02.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.02.1945)[4].
- 1 дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5].
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (28.06.1945)[6].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (12.01.1945)[7].
- Миҙалдар.
Хәтер
Башҡортостандың Ҡалтасы районы Краснохорлм ауылының бер урамы Советтар Союзы Геройы Д. И. Лазарев исеме менән аталған, ә район үҙәге Ҡалтасы ауылында 1985 йылдың 9 майында тантаналы рәүештә уның бюсы асыла.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads