Лансере Евгений Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Лансере Евгений Александрович
Remove ads

Евге́ний Алекса́ндрович Лансере́ (12 [24] август 1848, Моршанск — 23 март [4 апрель] 1886, Нескучное ауылы, Харьков губернаһы — рәсәй скульптор-анималисы, Һынлы сәнғәт академияһының почётлы ирекле общнигы (1876).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Статский советник Людвиг Пауль (Александр Павлович) Лансереның улы (1815-1869).

Моршанскиҙа тыуған, урындағы гимназияла уҡыған. Бала саҡтан үҙенең яратҡан темаларын таба — аттарҙы һынландыра. Һуңғараҡ йәш скульптор Үҙәк Азия, Кавказ һәм Төньяҡ Африкаға алыҫ сәфәрҙәр ҡылып, ижадына күп кенә этник образдар өҫтәй(Афганец, "Ғәрәп", "Ике әсә"), был уның сәнғәти эштәрен байытып ебәрә.

1861 йыл ғаиләһе менән бергә Петербургҡа күсеп килә. Икенсе Санкт-Петербург гимназияһын тамамлағас, Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетында белем ала[10]. Махсус художество белеме алмай, һындар эшләгәндә скульптор Либерих Николай Ивановичтың кәңәштәренә таяна [11].1872 йылда әҫәрҙәре өсөн Һынлы сәнғәт академияһынан 1-се дәрәжә синыфлы рәссам исеме ала [12]. 1874 йылда Һынлы сәнғәт академияһының почётлы ирекле общнигы тип таныла. 1879 йылдан Мәскәү һынлы сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәте ағзаһы була.

Күренекле анималист булып таныла, аттарҙы 2018 йыл 16 июль архивланған. оҫта һынландыра, шулай уҡ тарихи сюжеттарҙа ла ошо образдарға мөрәжәғәт итә. Барлығы 400 тирәһе әҫәр ижад итә[12]. Уның хеҙмәттәре Һарытауҙағы Радищев музейындағы, Беларусь Республикаһының Милли һынлы сәнғәт, Рәсәй Дәүләт музейҙарындағы, Дәүләт Третьяков галереяһындағы һ.б. экспозицияларҙа ҡуйылған.

Уның улы  — Лансере Евгений Евгеньевич менән ҡыҙы Серебрякова Зинаида Евгеньевна ла рәссам булып китәләр[11], кинйә улы Лансере Николай Евгеньевич — архитектор һөнәрен һайлай.

Remove ads

Галерея

Thumb
Йылҡы көткән башҡорт. 1879. Ф. Ю. Шопен бронза һындар фабрикаһында ҡойолған
Thumb
«Башҡорт. Көслө ел!». Ф. Ю. Шопен бронза һындар фабрикаһында ҡойолған. 1886–1893
Thumb
Ике әсә. Һыбайлы башҡорт ҡатыны балаһы менән. Ф. Ю. Шопен бронза һындар фабрикаһында ҡойолған1884
Thumb
Йөк өҫтөндәге чумак. 1870 йыл, Ф. Ю. Шопен бронза һындар фабрикаһында ҡойолған
Thumb
Һабансы-малоросс. 1877 йыл, Ф. Ю. Шопен бронза һындар фабрикаһында ҡойолған
Thumb
Һыбайлы черкес менән ҡатын (йыл?) Һарытауҙағы Радищев музейы
Thumb
Е. А. Лансере. Бөркөт тотҡан ҡырғыҙ. 1876 йыл. Скульпторҙың 150 йәшенә сығарылған марка Россия, 1998 г.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads