Лацинка

From Wikipedia, the free encyclopedia

Лацинка
Remove ads

Лаци́нка (шулай уҡ лати́нка исеме осрай) бел. łacinka, лацінка — беларус телендә яҙыу өсөн ҡулланылған латин әлифбаһының варианты.

Thumb
Минск ҡалаһында лацинка алфавитында "Раков биҫтәһе" тип яҙылған юлкүрһәткес

Хәҙерге ваҡытта Наша ніва гәзитендә, шулай уҡ Arche журналында, беларус диаспора прессаһында һәм Интернетта киң ҡулланыла.

Әлифба

Лацинка ҡулланылған осорҙа уның әлифбаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. 1990 — 2000 йылдарҙағы (шулай уҡ хәҙер ҡулланылған) лацинка версияһы:

Aa Bb Cc Ćć Čč Dd Dz dz Dź dź Dž dž
Ee Ff Gg Hh Ch ch Ii Jj Kk Ll
Łł Mm Nn Ńń Oo Pp Rr Ss Śś
Šš Tt Uu Ǔǔ Vv Yy Zz Źź Žž

Хәҙерге беларус латиницаһы традицион латин алфавитынан һәм өҫтәлмә č, š, ž, ć, ś, ź, ń, ǔ, ł хәрефтәренән тора.

Тарих һәм ҡулланыу

16-сы быуаттан башлап латин яҙыуы менән яҙылған беларус телендә тексттар осрай башлай. Улар кодификациялаштырылмаған (дөйөм яҙыу ҡағиҙәләре әле индерелмәгән), яҙыу өсөн поляк хәрефтәре һәм яҙыу ҡағиҙәләре ҡулланыла. Лацинка ҡулланыу сәбәбе: беларус телендәге тексттарынан алынған өҙөктәрҙе поляк һәм латин тексттарына ҡуйыу кәрәклеге.

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads