Лебедьков Валерий Иванович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Лебедьков Валерий Иванович (22 июнь 1947 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, 1994 йылдан «Уфамолагропром» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.[1]

Remove ads

Биографияһы

Валерий Иванович Лебедьков 1947 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1969 йылда Ленинград технология институтын (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт технология институты) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1962 йылда Мәләүез һөт-консерва заводында токарь булып башлай. 1969 йылда, институтты тамамлағас, Күмертау ҡала һөт завадында баш инженер булып эшләй. 1994 йылдан «Уфамолагропром» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. [2]ң Өфө ҡалаһының Калинин районы, 8-се Кремль һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [3]

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Халыҡтар Дуҫлығы ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы, Башҡорт АСССр-ы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads