Лейк-Плэсид

From Wikipedia, the free encyclopedia

Лейк-Плэсидmap
Remove ads

Лейк-Плэ́сид[1][2], Лейк-Пласид[3] (ингл. Lake Placid) — Нью-Йорк штатындағы ауыл, АҠШ. 1932 һәм 1980 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы. Ваҡыты ваҡыты менән бында биатлон буйынса донъя Кубогы уҙғарыла. 1999 йылдан йөҙөү, велосипедта йөрөү һәм йүгереүҙе индергән Ironman («Тимер кеше») триатлоны буйынса ярыштар үткәреүҙең рәсми урыны булып тора. Һуңғы 37 йыл буйына бында «I Love New York» һәм «Lake Placid» ат спорты ярыштары үтә.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Штат ...
Remove ads

Географияһы

Лейк-Плэсид Аппалачи тауҙар теҙмәһенә ҡараған Адирондак тауҙарында урынлашҡан. Ауыл Плэсид күленең көньяҡ ситенә барып тоташа, әммә Миррор күленә яҡыныраҡ, күл буйлап Мейн-стрит үҙәк урамы үтә. Ауыл майҙаны 3,9 км², шуларҙың 3,6 км² — ҡоро ер тәшкил итә, 0,4 км² — һыу йөҙө тәшкил итә.

Демографияһы

2000 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса ауылда 2638 кеше йәшәй. 1303 ауыл хужалығы һәм 604 ғаилә ауылда йәшәй. Халыҡтың тығыҙлығы квадрат миляға (738,1/km²) 1913,2 кеше тәшкил итә. Ауылдың раса составы:

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡтың өлөшө, %, Этник һәм раса төркөмө ...

22,3 % хужалыҡта 18 йәштән бәләкәй бергә йәшәүсе бала, 34,1 % өйләнгән бергә йәшәүсе пар, 8,4 % хужалыҡты кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ тота һәм 53,6 % ғаилә булып йәшәмәй.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads