Лимпопо

From Wikipedia, the free encyclopedia

Лимпопоmap
Remove ads

Лимпо́по — Көньяҡ Африкалағы йылға.

Ҡыҫҡа факттар Лимпопо, Характеристика ...
Remove ads

География

Йылғаның башы Көньяҡ Африка Республикаһы баш ҡалаһы Преториянан көньяҡтараҡ Витватерсранд тауҙарында (1800 м), Марико һәм Крокодил йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Үҙен үрге ағымында Могали тауҙары аша үтә. 1600 км үтеп һәм үҙенә күп ҡушылдыҡтар алып, Делагоа ҡултығынан төньяҡтараҡ Һинд океанына ҡоя.

Йылғала бер нисә тупһалар бар, ул зигзаг рәүештә бормаланып аға һәм Көньяҡ Африка Республикаһы, Ботсвана, Зимбабве һәм Мозамбик илдәре араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә.

Оҙонлоғо 1750 км, бассейнының майҙаны — 440 000 км². Төп ҡушылдығы — Элефантес йылғаһы. Йылғанан төньяҡ-көнсығыштараҡ Крюгер милли паркы урынлашҡан.

Нуанетси йылғаһы менән ҡушылған урындан алып Лимпопо суднолар йөрөшлө була башлай.

Thumb
Лимпопо йылғаһы бассейны
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads