Липтовски-Микулаш

From Wikipedia, the free encyclopedia

Липтовски-Микулашmap
Remove ads

Липтовски-Микулаш (словак.Liptovský (Svätý) Mikuláš, нем. Liptau-Sankt-Nikolaus, венгр. Liptószentmiklós, ҡайһы берҙә рус. Липтовский Святой Николай) — төньяҡ Словакиялағы ҡала, Көнбайыш һәм Түбәнге Татралар араһындағы Ваг йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы һаны — яҡынса 33 мең кеше.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Тарихы

Липтовски-Микулаш беренсе тапҡыр 1286 йылда телгә алына, XIV быуаттан, 1677 йылда Липтов үҙәге булараҡ, ҡала ҙур иҡтисади әһәмиәткә эйә була. 1713 йылда бында кешеләр алдында аҫыу юлы менән билдәле «словак Робин Гуды» Юрай Яношик үлтерелә (1688—1713). 1848 йылда бында Словак Халҡының Талаптарына ҡул ҡуйыла.

Әлеге ваҡытта Липтовски-Микулаш — төньяҡ Словакияның мөһим сәнәғәт үҙәге.

Иҫтәлекле урындары

  • Изге Николай костёлы
  • Жупа (административ берәмек) йорто
  • Лютеран сиркәүе (кирха)
  • Францисканлыларҙың готика монастыры
  • Липтовска Мара һыуһаҡлағысы

Туғандаш ҡалалар

Билдәле шәхестәре

  • Алекси Янко (1894—1970) — рәссам, яҙыусы, публицист. ЧССР халыҡ рәссамы.
  • Аурель Болеслав Стодола (1859—1942) — ғалим, педагог, инженер-конструктор. Ҡулланма термодинамикаға нигеҙ һалыусы, беренсе турбина генераторҙарын ҡороусы.
  • Краль Янко (1822—1876) — словак шағиры һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре
  • Коломан СоколXX быуаттағы иң ҙур словак рәссамы, график.
  • Корнел Милан Стодола (1866—1946) — словак ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, эшҡыуар.
  • Иван Стодола (1888—1977) — словак яҙыусыһы, драматург, табип.
  • Трановский Юрай (1592—1637) — пастор, шағир, словак әҙәби бароккоһының иң сағыу вәкилдәренең береһе.
  • Самуэль Фишер (1859—1934) — немец нәшриәтсеһе
  • Лацо Ян — профессиональ словак хоккейсыһы, ҡапҡасы. Әлеге ваҡытта КХЛ-да сығыш яһаусы «Донбасс» клубы уйынсыһы
  • Брезинова Сильвия (1976) — модель һәм порноактриса.
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Липтов
  • Ясна

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads