Максимов Глеб Юрьевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Максимов Глеб Юрьевич (13 октябрь 1926 йыл — 26 август 2001 йыл) — совет ғалимы һәм инженер-конструкторы, техник фәндәр кандидаты, донъяла беренсе Ерҙең яһалма юлдашын (Спутник-1) булдырғаны һәм осоуын тормошҡа ашырғаны өсөн Ленин премияһы лауреаты, уйлап табыусы.
Remove ads
Биографияһы
Глеб Юрьевич Максимов 1926 йылдың 13 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1949 йылда Максимов Серго Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институтын тамамлай, һәм тамамлағандан һуң шунда уҡ, Михаил Клавдиевич Тихонравовтың тикшеренеү төркөмө составын киңәйтеү буйынса нигеҙләүе арҡаһында, Глеб ғилми-тикшеренеү институты-4-кә эләгә.
1956 йылда Глеб Юрьевич Максимов «Юлдаш-1» проектын эшләй, ул донъяла беренсе яһалма Ер юлдашы була. Һуңынан Глеб планета-ара проекттарға күсә, «Марс-1», «Венера-1», «Венера-2», «Венера-1» юлдаштарын проектлауҙа ҡатнаша[1].
1959 йылда Тихонравов етәкселегендә ОКБ-1 проект бүлегендә Глеб Максимов Марсҡа осоу өсөн караптар проектлау мөмкинлектәрен тикшереү буйынса конструкторҙар төркөмөнөң береһен етәкләй (икенсе төркөм етәксеһе Феоктистов Константин Петрович була)[2]. Максимовтың проектына ярашлы өс космонавттан торған экипажы менән массаһы буйынса ҙур булмаған карап төҙөү планлаштырыла, ә эшләнгән план Марсты, уның өҫтөнә ултырмайынса, осоп үтеү траекторияһында тикшеренеүҙәр менән урап сығыуҙы, йәки караптың Марс тирәләй орбитаға сыҡмайынса артабанғы Ергә әйләнеп ҡайтыуын һәм айырылып төшөрөү аппараты Ергә төшөүен күҙ уңында тотҡан була[3].
Марсҡа осоуға әҙерлек бик етди бара, КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының 1960 йылдың 23 июнендәге 715—296 һанлы ҡарарына ярашлы, хатта старт датаһы тәғәйенләнә — 1971 йылдың 8 июне (астрономдарҙың иҫәпләүҙәре буйынса планеталарҙың бөйөк ҡаршы тороуы тип аталған иң уңайлы осор, Марс һәм Ер араһы минимумға тиклем ҡыҫҡара), ә триумф менән Ергә ҡайтыу 1974 йылдың 10 июненә планлаштырыла. 1964 йыл башына ОКБ-1 проект бүлегендә ауыр планета-ара карап төҙөү өсөн алты беркетеү модуленең проекты әҙер була һәм төп модулдең Ерҙәге макеты ҡоролған була, унда һынаусылар оҙаҡ ваҡыт ябыҡ арауыҡ шарттарында йәшәйҙәр (модулдәрҙең проекты 25 йылдан һуң ғына, «Салют» программаһы буйынса орбиталь станциялар төҙөгәндә тормошҡа ашырыла). «Аполлон» ай программаһы сиктәрендә Америка «Сатурн-1Б» ракета-йөрөтөүсеһен осорғандан һуң, СССР-ҙың бөтә Марс проекттары Ай файҙаһына ябыла[4].
1962 йылда Максимовтың төркөмө «Е-6» программаһы буйынса автоматик планета-ара станцияны Айға йомшаҡ ултыртыуҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эше менән шөғөлләнә[5][6].
Күренекле конструктор, донъя практик космонавтика пионерҙарының береһе, Глеб Юрьевич Максимов 2001 йылдың 26 авгусында вафат була.
Мәскәүҙә, Ваганьковский зыяратында ерләнгән (уч. № 2).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads