Маликов Марат Фәйзелҡадир улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (2 февраль 1937 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1992).
Remove ads
Биографияһы
Марат Фәйзелҡадир улы Маликов 1941 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылында тыуған.
1965 йылда Ҡазан университетын тамамлай. 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы һәм Тәтешле райондарында халыҡ судьяһы булып эшләй. 1975—1978 йылдарҙа Удмурт дәүләт университетында уҡыта.
1978 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй:
- 1986 йылдан — дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире;
- 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты деканы;
- 2000—2006 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ филиалы директоры.
2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының «Мәғарифты мәғлүмәтләштереү академияһы» йәмәғәт ойошмаһы директоры.
2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан социаль технологиялар институтында эшләй. Артабан Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр Министрлығының Өфө юридик институтында уҡыта.
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
Марат Фәйзелҡадир улы 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора, улар башлыса федераль һәм төбәк ҡануниәте мәсьәләләренә бағышланған.
Хеҙмәттәре
- Оправдательный приговор в советском уголовном процессе : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата юридических наук. (12.00.08) / Казан. гос. ун-т им. В. И. Ульянова-Ленина. — Казань, 1974.
- Эффективность приговора в советском уголовном процессе : Учебное пособие. — Уфа : БГУ, 1980. — 79 с.
- Эффективность приговора в советском уголовном процессе : Вопросы теории и практики / Под ред. М. С. Брайнина. — Саратов : Изд-во Сарат. ун-та, 1982. — 182 с.
М. Маликовтың башҡа хеҙмәттәре |
Remove ads
Һылтанмалар
- Маликов Марат Фәйзелҡадир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- М. Ф. Маликовтың шәхси сайты 2018 йыл 27 апрель архивланған.
- Маликов Марат Файзелкадирович // Академия наук Республики Башкортостан.
- Научные труды профессора М. Ф. Маликова // Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан.
Remove ads
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads