Маслов Владимир Петрович
совет хәрби эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Маслов Владимир Петрович (14 апрель 1925 йыл — 24 сентябрь 1988 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. 1974—1979 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы. Адмирал (1975). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1976—1981), РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Владимир Петрович Маслов 1925 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Дурасов ширҡәте ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Дурасов ауылында тыуған.
Мәскәү хәрби-авиация механиктар мәктәбен (1942—1945), М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын (1946—1950), Хәрби диңгеҙ флотының Юғары махсус офицерҙар класын (1955—1956), СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының хәрби академияһын (1964—1966) тамамлаған.
Штурм авиацияһы полкының өлкән техник ярҙамсыһы (1945), мина-торпеда хәрби часенең командиры, командирҙың өлкән ярҙамсыһы (1951—1955), һыу аҫты кәмәһе командиры (1956—1957), штаб начальнигы (1958—1960), һыу аҫты кәмәләре бригадаһы (1961) командиры, Төньяҡ флоттың (1966—1967) 11-се дивизия һыу аҫты кәмәләренең командиры, командующийҙың 1-се урынбаҫары (сентябрь 1968 — сентябрь 1974 йыл), Тымыҡ океан флоты командующийы (11 сентябрь 1974 йыл — 31 август 1979 йыл), Хәрби диңгеҙ флотының Варшава килешеүе буйынса ҡатнашыусы илдәрҙең Берләшкән ҡораллы көстәренең баш командующийы урынбаҫары (1 сентябрь 1979 йыл — 22 апрель 1983 г.).
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ленин ордены,
- Октябрь Революцияһы ордены,
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
- Миҙалдар.
Хәтер
Тыуған Красная Гора ауылындағы оло кешеләрҙең хәтирәләре буйынса, адмирал бала саҡтан моряк булырға, диңгеҙ киңлектәрен үтергә хыялланған[1]/>.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads