Математик
математика буйынса белгес From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Матема́тик — ғалим, математика өлкәһендә белгес.

Белем алыу
Математик профессияһы юғары университет белемен талап итә. Математик һөнәре буйынса әҙерләү ғәҙәттә университеттарҙың махсус уҡыу бүлектәрендә алып барыла. СССР-ҙа был математик йәки механик-математик, физик-математик факультеттар ине[1]. Дипломлы математиктәр СССР-ҙа программистар, тармаҡ буйынса институттарҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре, преподавателдәр һ.б. булып эшләнеләр[2]
Наградалары һәм бүләктәре
Математиктәргә тапшырылған иң дәрәжәле ғилми премия, Филдс премияһы булып тора. 2002 йылдан алып математика өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн йыл һайын Абель премияһы тапшырыла. Математика буйынса Нобель премияһы бирелмәй, ләкин ҡайһы бер математиктәргә (мәҫәлән, Канторович Леонид Витальевичкә йәки Нэш Джон Форбсҡа) был премия бирелде (шулай уҡ фәндең башҡа өлкәләрендә лә — йышыраҡ иҡтисад өлкәһендә).
Remove ads
Математиктәрҙең автобиографиялары
Бер нисә билдәле математик, ғүмерҙәрен ошо фәнгә бағышлауға уларҙы нимә мәжбүр иткәнен кешеләргә һөйләр өсөн, үҙҙәренең автобиографияһын яҙҙы. Был әҫәрҙәрҙә математик булыу нимәне аңлата икәне тураһында бына тигән хикәйәләр бар. Был исемлектә ҡайһы бер әҫәрҙәр автобиография түгел, ә математика темаһына һәм автобиографик элементтары булған математиктәрҙең тормошо тураһында эссе.
- «Автобиографиянан биттәр» — Александров Павел Сергеевич;
- «Мин — математик» — Винер Норберт;
- «Минең тормошом тураһында» — Кардано Джероламо;
- «Математик профессияһы тураһында», «Математика — фән һәм профессия» — Колмогоров Андрей Николаевич;
- «Математик ҡатышма» — Литлвуд Джон Идензор;
- «Автобиография» — Рассел Бертран;
- «Математик мажаралары» — Улам Станислав;
- «Мин математик булырға теләйем» — Халмош Пол Ричард;
- «Апология математика» — Харди Годфри Харолд
- «Лев Семёнович Понтрягиндың үҙе яҙған тормошо тасуирламаһы. 1908, Мәскәү ҡалаһы» — Понтрягин Лев Семёнович.
Дөйөм мәҙәниәттә
Математика тураһында иң бидәле фильмдәрҙең береһе — «Игры разума», Рон Ховардтың С. Назарҙың шул уҡ исемдәге китабы буйынса төшөрөлгән, «Оскар» кинопремияһы алған биографик драмаһы. Фильм Нэш Джон Форбстың тормошо тураһында һөйләй. Был ғалим ғалимдар тураһындағы кеше яратмаусы кеше булараҡ стереотип күҙаллауға тулыһынса тап килә. Уның шәхесе гениаллек һәм аҡылһыҙлыҡ араһындағы бәйләнеш тураһында һөйләшеү башларға сәбәп булып тора[3]. Ғәҙәттә автор Эдуард Успенский «данлыҡлы математик» тип үҙенең балалар өсөн шиғырҙарының һәм китаптарының геройын — академик Ивановты атай. 1986 йылда китап буйынса режиссёр Попов Владимир Иванович «Союзмультфильм» студияһында мультфильм төшөрә[4].
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Красота математики
- Вычислитель
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads