Маячный (Башҡортостан)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Маяҡ, Маяҡлы, Маячный — Күмертау ҡалаһы ҡала огругы составындағы ауыл.
1953 йылдан алып Күмертау ҡалаһы составында. Ҡаланан Көньяҡ‑Көнбайышта 18 км һәм Ермолаевка тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 йылда — 5058 кеше; 1989 — 3420; 2002 — 3499; 2010 — 3075 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).
«Нефтехиммаш» ААЙ урынлашҡан; профессиональ техник училищеһы, бер урта мәктәп, мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы,Республика балалар йорто, психоневрология интернаты, поликлиника, балалар‑үҫмерҙәр клубы, китапхана, Богородица‑Державный ҡорамы, мәсет бар.
Ауылға 20 быуаттың 40‑сы йылдар аҙағында — 50‑се йылдар башында Көйөргәҙе районында һоро күмер ятҡылығын үҙләштереүгә бәйле эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1954 йылдан алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 йыл ауыл статусын ала. 2004 йылда Маяҡлыға 20 быуат башында нигеҙләнгән Николаевка ауылы ҡушыла. 1953 йылда Көйөргәҙе районы Күмертау ҡасаба советына ҡараған булған.
Remove ads
Халҡы
- Милли состав
Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. Шулай уҡ татарҙар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдаре йәшәй.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads