Мезозой

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Мезозой, йәки мезозой эраһы, MZ (бор. юнан. μέσος «уртаса» + ζωή «тормош») — геологик дәүер, уны дауамлығы 251,902 ± 0,024 млн йыл әүәлдән 66,0 млн йыл әүәлгә тиклем (барлығы 186 миллион йыл тирәһе). Был геологик дәүерҙе тәүге тапҡыр британ геологы Джон Филлипс 1841 йылда билдәләгән.

Ҡыҫҡа факттар Кем ҡушҡан, Алдағы ...
Remove ads

Геологик дәүер

Мезозой палеозойҙан һуң һәм кайнозой алдынан килгән. Был өс дәүер бергә фанерозой эонын тәшкил итә. Геохронологик шкалаға ярашлы мезозой өс осорға бүленә (башынан — аҙағынаса, млн йыл элек):

  • триас осоро (251,902 ± 0,024 — 201,3 ± 0,2);
  • юра осоро (201,3 ± 0,2 — 145,0);
  • аҡбур осоро (145,0 — 66,0).
Thumb
Мезозой осоро экспонаттары — Бурке музейы

Мезозой осоронда хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы даими үҙгәреш кисерә: аммониттар һәм белемниттар, динозаврҙар эволюция кисерә, тәүге имеҙеүселәр барлыҡҡа килә, үҫемлектәр араһында — яланғас орлоҡлолар, ә аҡбур осоронда — ябыҡ орлоҡлолар өҫтөнлөк итә. Мезозой ахырында динозаврҙар, умыртҡаһыҙҙарҙың күбеһе, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр йәшәүҙән туҡтай.

Remove ads

Климаты

Һуңғы 1,1 млрд йыл дауамында Ер тарихында Вильсон циклдары тип аталған «боҙлоҡ осоро — йылыныу» циклының бер-береһен алыштырған өс циклы күҙәтелә.

Thumb
Ерҙең климат тарихында Вильсон циклы

Башҡортостанда

Башҡортостан Республикаһында мезозой ултырмалары өлөшләтә Урал алды бөгөлөндә һәм Магнитогорск мегасинклинорийында һаҡланған.

Мезозой ултырмалары континенталь, диңгеҙ яры буйы, диңгеҙ ултырма тоҡомдарынан һәм ашалған ер ҡыртышы продукттарынан тора:

  • континенталь ултырмалар — триас, аҫҡы—урта юра, аҫҡы аҡбур;
  • диңгеҙ яры буйы ултырмалары — өҫкө аҡбур;
  • диңгеҙ ултырмалары — өҫкө юра, аҫҡы аҡбур.

Дөйөм ҡалынлығы 1 км тиклем.

Ашалған ер ҡыртышы ҡатлауҙарында — окисланған мәғдәндәр — алтын, марганец, тимер, силикат никель‑кобальт һәм минераль пигменттар, ултырма бассейндарҙа фосфориттар һәм яҙыу аҡбуры формалаша[3].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads