Мейтнерий

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мейтнерий
Remove ads

Мейтнерий (лат. Meitnerium, Mt) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осоро, 9-сы төркөм химик элементы. Тәртип номеры — 109.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Асыусы йәки уйлап табыусы ...

Ул тәбиғәттә юҡ, билдәле изотоптарҙың иң тотороҡлоһоноң массаһы 278 (уның атом массаһы 278,156 (5) а.б.м.).). Элек унниленний (Une) йәки eka-iridium тип аталған. Яһалма рәүештә синтезланған.

Remove ads

Символы

Мейтнерий элементының символы — Mt (Мейтнерий тип уҡыла).

Тарихы

Мейтнерий 1982 йылда Германияның Дармштадт ҡалаһы эргәһендәге Виксһаузен районында урынлашҡан Ауыр иондар институты тарафынан асыла. Был ошо реакция һөҙөмтәһендә мөмкин була:

209Bi + 58Fe266Mt+n

Уны беренсе тапҡыр Питер Армбрустер һәм Готфрид Мюнзенберг етәкселегендәге Германия тикшеренеү төркөмө синтезлаған. Мейнтерий-266 изотобың бер генә атомы висмут-209 сәбенә тиҙ оса торған тимер-58 атомдары менән аттырған ваҡытытта күҙәтелә. Был процесс яңы элемент тыуҙырып ҡына ҡалмай, ул ҙур, синтезлау өсөн яңы атом ядроларын ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәһе була[2]

Remove ads

Исеменең килеп сығышы

Мейтнерий элек уннилений (Unnilennium) исеме менән билдәле булған, символы — Une. «Мейтнерий» (Мt) атамаһы австрия физигы Лизы Мейтнер хөрмәтенә ИЮПАК тарафынан 1994 йылда тәҡдим ителә. Рәсми рәүештә ул 1997 йылда ИЮПАК тарафынан ҡабул ителә[3]. Мейтнерий һәм кюрийҙан башҡа бер генә элементҡа ла мифик булмаған ҡатын-ҡыҙ исемдәре ҡушылғаны булмаған (хәйер, кюрий атамаһы Мария Кюриҙың исеме иренең исеме (Пьер Кюри) менән ҡушып бирелгән)[4].

Билдәле изотоптары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads