Мерв
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мерв (төркм. Merw; перс. مرو), Гәүр-ҡала[3] — Үҙәк Азияның бик боронғо билдәле ҡалаһы, Төркмәнстандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Мургаб йылғаһы ярында тора. Хәҙерге Мары ҡалаһынан көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта, Байрамали ҡалаһы янында урынлашҡан.
Фарсы Маргиана сатрапияһының һәм сәлжүктәрҙең төрки империяһы баш ҡалаһы. Мерв емереклектәре — кешелектең Бөтә донъя мираҫы һәйкәле. Боронғо Мерв Урта Азияның бик ҙур ҡалаһы булған. Уның шәһәрстан майҙаны 350 гектарға еткән.
Remove ads
Тарихы

Мервтың тарихы 4 мең йыл элек Мургаб йылғаһы буйында кешеләрҙең тәүге ауылы барлыҡҡа килгәндә башлана. Ауыл урынында ҡала барлыҡҡа килеүенең аныҡ ваҡыты билдәһеҙ, шуға күрә ҡаланың йәшен б.э.т. VI быуаттан һанау ҡабул ителгән. Ул ваҡытта Мару йәки Маргу исемдәре менән билдәле булған.
Һуңғараҡ Маргиана һәм Маргуш кеүек вариациялар барлыҡҡа килгән. Мең йыллыҡтар сигендә Мерв хәҙерге Үзбәкстан, Афғанстан, Иран, Һиндостан һәм башҡа илдәргә сауҙа юлдары үткән ҙур ҡалаға әүерелә.
Тәүҙә ҡалала зороастрҙар булған, һуңынан буддасылар килгән, ә III быуатта уларға христиандар ҡушылған. Әммә VII—VIII быуаттар дауамында бында мосолмандар килеп, ислам динен нығытҡан. Мервтағы VIII быуатҡа ҡараған Бәни Мәкхан мәсете Үҙәк Азиялағы тәүге мәсеттәрҙең береһе булып торалыр, моғайын[4].
Remove ads
Кинематографта
Белое солнце пустыни тигән совет кинофильмы өлөшләтә Боронғо Мерв территорияһында төшөрөлгән.
Галереяһы
- Сәсәниҙәр дәүләте шаһы Шапур III тәңкәһе. Мервта һуғылған
- Сәлжүк солтаны Әхмәт Санжар кәшәнәһе
- Әхмәт Санжар кәшәнәһе эсендә
- VII быуаттың ҙур Боҙ йорто, Мерв
- Оло Ғыз-Ғала( Ҡыҙ-Ҡала ҡәлғәһе), Мерв
- Кесе Ғыз-Гала( ҡәлғә), Мерв
- Кепдерихананың көньяҡ диуарының тышҡы күренеше
- Хормизд I Ҡушаншаһ, Мерв аҡса һуғыу йорто
- 1913 йылғы картала Мерв оазисы
- Гәүр-ҡала диуарҙары һүрәттәре (сканерланған)
- Кепдерихан интерьеры (сканерланған)
- 1993 йылғы Рәсәй иҫтәлекле тәңкәһендә боронғо Мервтың иҫтәлекле урындары.
- Боронғо Мерв (XIX быуат аҙағы)
- Мерв, 1899 йыл.
- Мерв керамикаһы
- Оло Ғыз-Ғала
- Боҙ йорто интерьеры
- Ҡыҙ Биби мавзолейы комплексы
- 1981 йылғы фотола ағалы-ҡустылы сәхәбәләр төрбәләре
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Мары
- Мерверруд
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads