Шәймиев Минтимер Шәрип улы

Татарстан Республикаһының беренсе президенты From Wikipedia, the free encyclopedia

Шәймиев Минтимер Шәрип улы
Remove ads

Шәймиев Минтимер Шәрип улы (20 ғинуар 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, Татарстан Республикаһының беренсе Президенты (1991—2010).

Ҡыҫҡа факттар Флаг Татарстан Президенты, Алдан килеүсе: ...
Remove ads

Биографияһы

Минтимер Шәрип улы Шәймиев 1937 йылдың 20 ғинуарында Татар АССР-ының (хәҙер Татарстан Республикаһы) Аҡтаныш районы Әнәк ауылында тыуған. 1954 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Ҡазан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, 1969 йылға тиклем үҙ һөнәре буйынса эшләй. Артабан 1983 йылғаса Татар АССР-ының мелиорация һәм һыу хужалығы министры була.

1983 йылда ТАССР Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда КПСС-тың Татарстан өлкә комитеты секретары итеп һайлана һәм был вазифала 1985 йылғаса эшләй.

1985–1989 йылдарҙа — ТАССР Министрҙар Советы Рәйесе.

1989–1990 йылдарҙа КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары.

1990 йылда Минтимер Шәймиев ТАССР Юғары Советы Рәйесе итеп һайлана.

1991 йылдың 12 июнендә Татарстан Республикаһы Президенты итеп һайлана һәм был вазифала 2010 йылдың 25 мартына ҡәҙәр эшләй.

2010 йылдан Минтимер Шәймиев Татарстандың Дәүләт Кәңәшсеһе вазифаһын башҡара (Сингапур моделе буйынса).

Remove ads

Әңгәмәләре

  • Шәймиев. Булдырганы һәм булдырмаганы[1].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads