Михайлов Кирилл Андреевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Михайлов Кирилл Андреевич (2 апрель 1983 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы һәм саңғысыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2006, 2010, 2014 йылдарҙағы Ҡышҡы паралимпия уйындары призеры.
Remove ads
Биографияһы
Кирилл Михайлов Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡайраҡ ауылында тыуған. Спорт менән 1993 йылда шөғөлләнә башлай. Мишкә районы Балалар-үҫмер спорт мәктәбенең (ДЮСШ) тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В. Н. Байметов).
- 2005 йылдан — саңғы ярыштары буйынса Рәсәй спорт мастеры, Рәсәй йыйылма паралимпия командаһы ағзаһы.
- 2006 йылдан — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
- 2005 йылдан Башҡортостан юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы[1], артабан — Ғүмәрова Надежда Григорьевна).
Ведомство ҡарамағы: Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте (ВОИ). Рәсәй йыйылма командаларының Федераль дәүләт учреждениеһы «Спорт әҙерлеге үҙәге» ндә спортсы-инструктор.
Remove ads
Спорт ҡаҙаныштары
- 1
Алтын —Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2006 — 20 километрлыҡ саңғы ярыштары;
- 3
Бронза — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2006 — 10 километрлыҡ саңғы ярыштары;
- 1
Алтын — Рәсәй чемпионаты — 2009 (5 км);
- 2
Көмөш — Донъя чемпионаты — 2009;
- 1
Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 3 километрлыҡ биатлон индивидуаль эҙәрлекләү ярышы;
- 1
Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 20 километрлыҡ саңғы ярыштары;
- 2
Көмөш — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 10 километрлыҡ саңғы ярыштары;
- 1
Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 3 * 5 километрлыҡ эстафета;
- 1
Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2014 — 1 километрлыҡ саңғы ярыштары.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (26 март, 2010 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2010 йылда Ванкувер ҡалаһындағы (Канада) X ҡышҡы Паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[2].
- Дуҫлыҡ ордены (2014 йыл)[3].
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы (30 января 2008 йыл) — физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[4]
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2010 йыл)[5]
- Салауат Юлаев ордены (25 апрель 2006 йыл, Башҡортостан) — 2006 йылда IX Ҡышҡы Паралимпия уйындарында күрһәткән юғары спорт һөҙөмтәләре өсөн[6]
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
Ғаиләһе
Өйләнгән, ике улы бар — Даниил һәм Корнил[7]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads