Монаков Юрий Борисович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Монаков Юрий Борисович (7 август 1942 йыл — 3 ғинуар 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-химигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2004), Коми Республикаһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2006), С. В. Лебедев исемендәге (1992) премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Юрий Борисович Мона́ков 1942 йылдың 7 авгусында Ташкент ҡалаһында тыуған.

Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы һәм физик химияһы өлкәһендә белгес. 1968 йылдан РФА Өфө фәнни үҙәге Органик химия иститутында эшләй: шул иҫәптән 1973 йылдан лаборатория мөдире, 1984 йылдан — юғары молекуляр берләшмәләр химияһы бүлеге етәксеһе, бер үк ваҡытта 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 2007 йылға тиклем физик химия һәм химик экология кафедраһы мөдире.

Юрий Борисович Монаков 2011 йылдың 3 ғинуарында Өфөлә вафат була.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә» юбилей миҙалы 1970 йыл
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены 1986 йыл
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 1995 йыл
  • СССР ВХНД-һы миҙалдары һәм дипломдары
  • Рәсәй Фәндәр академияһының С. В. Лебедев исемендәге премияһы лауреаты, 1992 йыл
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты, 2004 йыл
Remove ads

Монографиялары

  • «Введение в физико-химию растворов полимеров.» М., 1978.
  • «Каталитическая полимеризация 1,3-диенов.» М., 1990.

Һылтанмалар

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads