Монмут
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мо́нмут (инглизсә Monmouth, уэльс телендә Trefynwy, мәғәнәһе Монноу ҡалаһы) — көньяҡ-көнсығыш Уэльс биләмәләрендә (Бөйөк Британияла) урынлашҡан ҡала. Ҡаланың хәҙерге статусы — ингл. historic county town, йәғни тарихи графлығының административ үҙәге. Монмут ҡалаһы 1889 йылдан 1974 йылғаса Монмутшир графлығының административ үҙәге булған.
Remove ads
Исем
Монмут ҡалаһының рәсми исеме инглизсә Monmouth ә уэльс телендә Trefynwy тип яҙыла. Уэльстағы Мо́нноу йылғаһы уэльс телендә исеме Mynwy, мәғәнәһе — (йылға) тиҙ аға. Йылғаның инглизләштерелгән исеме Monnow. Ҡаланың инглиз исеме йылға атамаһынан һәм ингл. mouth, йәғни йылға тамағы һүҙҙәренән килә. Уэльс телендә ҡаланың боронғо исеме Abermynwy шулай уҡ "Монноу йылғаһы тамағы" тип билдәләй. 17 быуаттың башынан башлап, ҡаланың уэльсса исеме Trefynwy (йәғни башҡ. Монноу ҡалаһы, Монноу буйында ҡала) тип үҙгәртелде.[1]
Remove ads
Тарих
Монмут Археология Йәмғиәте ҡалала ҡаҙыныу (рус. раскопки) эштәре ойошторған. Һөҙөмтәлә, ҡала тарихы тураһында күп мәғлүмәт алынған. Хәҙер, Британия Археология Советы (ингл. Council for British Archæology) мәғлүмәте буйынса, Монмут архелогия күҙлегенән Британияла иң мөһим ҡалаларҙың береһе[2]
Боронғо Рим дәүере
Боронғо Рим ваҡытында Монноу йылғаһы буйында Блестиум (лат. Blestium, Blestio) тигән Рим форты урынлашҡан булған. Был фортты Глевум (хәҙерге Глостер; лат. Glevum, ингл. Gloucester) һәм Иска Аугуста (хәҙерге Кэрлион (лат. Isca Augusta, ингл. Caerleon /kərˈliːən/) ҡалалары менән тоташтырыусы юл һалынған. Ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә, ҡала үҙәгендә Боронғо Рим аҡсалары, балсыҡ һауыт-һаба табылған. 2-се быуаттан 4-се быуатҡаса Монмут мөһим тимерселек үҙәге булған.
Монмут һәм Википедия
2011 йылда Инглиз Википедияһындағы GLAM (йәғни ингл. Galleries, Libraries, Archives & Museums — башҡ. Галереялар, Китапханалар, Архивтар һәм Музейҙар) тигән википроект эсендә MonmouthpediA исемле проект ойошторолған. Уның маҡсаты — Википедия күптелле энциклопедияһы эсендә Монмут ҡалаһы тураһында күберәк мәғлүмәт яҙыу. Ошо проектта 2012 йылда мәҡәлә яҙыу конкурсы башланды.
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads