Моравалағы Нове-Место ҡалаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Нове-Место-на-Мораве (чех Nové Město na Moravě) — Моравалағы Нове-Место ҡалаһы Ждяра-над-Сазавоу районына ҡараған ҡала (Высочина крайы, Чехия). Ждяр тауҙарының көньяҡ ситендә, Ждяра-над-Сазавоу ҡалаһынан көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Remove ads
Тарих
Яҡынса 1250 йылда ҡалаға Бочкем Обрани нигеҙ һала, ул шулай уҡ Ждяра-над-Сазовоуҙағы цистерциан монастырына ла нигеҙ һалыусы була. 1293 йылда беренсе тапҡыр король II Вацлавтың исемлегендә «Civitas Nova» исеме аҫтында телгә алына[9]
Иҫтәлекле урындары

Ҡалала яҡшы һаҡланып ҡалған тарихи үҙәк бар.
- Изге Кунигунда костелы, иң боронғо өлөшө XIV быуатта төҙөлгән.
- Успение Богородица зыярат сиркәүе (чех Kostel Nanebevzetí Panny Marie), 1596 йылда беренсе тапҡыр телгә алына.
- Новоместский замогы, 1589 йылда төҙөлә башлаған.
- 1555 йылда төҙөлгән иҫке ратуша.
- 1898 йылда нео-ренессанс стилендә төҙөлгән инжил сиркәүе.
Спорт
1934 йылда ҡала янында «Золотая лыжня Чешско-Моравской возвышенности» (чех Zlatá lyže Českomoravské vrchoviny) турниры үткәрелә. Ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан «Vysočina» биатлон комплексы урынлашҡан[10]. Был комплекста күп тапҡырҙар биатлон буйынса Еевропа кубоктары һәм Донъя кубоктары, ә 2013 йылда биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
2007 йылда ҡала тирәһендә велосипед спорты һәм ориентирлашыу спорты буйынса донъя чемпионаты[11], ә 2000 йылда — юниорҙар араһында донъя чемпионаты үткәрелә[12]. Ориентирлашыу буйынса донъя чемпионаты үткәреү урыны итеп ҡаланың спорт шарттарына ярашлы ҡыҙыҡлы урындары күп булғанға һайлағандар.
Билдәле шәхестәр
- Блажичек, Олдржих — рәссам-пейзажсы
- Маковский, Винцент — скульптор
- Штурс, Ян — скульптор
- Сабликова, Мартин — конькиҙа йүгереү буйынса олимпия чемпионы.
- Бради, Хана — йәһүд сығышлы чех ҡыҙы, холокост осоронда үлтерелә. 2002 йылда уның тураһында «Чемодан Ханы» тигән биографик китап яҙыла
- Земанова, Ивана — Чехия президенты Милош Земандың ҡатыны
- Отакар Ши — композитор, музыка педагогы, , теоретик. Чехия сәнғәте һәм фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. Ике тапҡыр Чехословакия Дәүләт премияһы лауреаты (1937 һәм 1930).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads