Моратша Сыртланов
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Моратша Сыртланов — башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
Remove ads
Биографияһы
Сығышы менән Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы старшинаһы итеп һайлана.
1759 йылда Гәрәй улусы старшинаһы Тимер Мутин етәкселегендәге башҡорттар делегацияһы составында Санкт-Петербургҡа императрица Елизавета Петровнаға башҡорт аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу тураһында хат алып бара.
1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, үҙенең отряды менән баш күтәреүселәр яғына сыға. Емельян Пугачёв уға полковник званиеһын бирә. 1774 йылдың 23 мартында Өфө янында И. И. Михельсон командалағында батша ғәскәренә ҡаршы һуғыша. 1774 йылдың июлендә Ҡәнзәфәр Усаев отряды менән берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғаларындағы алыштарҙа ҡатнаша.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads