Морозов Николай Александрович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Морозов Николай Александрович (1854-1946) — химик, астроном, мәҙәниәт тарихсыһы, рус революция хәрәкәте эшмәкәре, фән танытыусы, әҙәбиәтсе, мемуарҙар яҙыусы, масон[5][6]. СССР ФА-ның почетлы академигы (1932).
Н. А. Морозов билдәле революционер — «Чайка», «Земля и воля» түңәрәктәре, «Халыҡ ихтыяры» башҡарма комитеты ағзаһы , , Александр II һөжүм итеүҙәрҙә ҡатнашыусы[7]. 1882 йылда мәңгелек каторгаға хөкөм ителгән була, 1905 йылға тиклем Петропавловский һәм Шлиссельбургский ҡәлғәһләрендә тотола. Дөйөм алғанда яҡынса 30 йыл ғүмерен батша төрмәләрендә үткәрә.
Тәбиғи һәм ижтимағи фәндәр өлкәһендә бик күп төрлө хеҙмәттәр ҡалдырған. 1918 йылдан алып — П. Ф. Лесгафт исемендәге Тәбиғи-ғилми институттың директоры. Шулай уҡ яҙыусы, шағир һәм тарихи темаға әҙәбиәт авторы. Бөйөк Ватан һуғышының иң оло ҡатнашыусыларының береһе.
Remove ads
Сығышы
1854 йылда Ярославль губернаһының Борок усадьбаһында тыуған, уның атаһы — молог алпауыты Щепочкин Петр Алексеевич (1832-1886). Һуңғыһының ҡартатаһы, Петр Григорьевич Щепочкин, Кондырево имениеһының хужаһы һәм черкестарҙың ата-бабаһы тип иҫәпләнә. Петр Григорьевичтың атаһы Афанасий Гончаров менән бергә Т. Ф. Ҡарамышевтың ҡағыҙ мануфактураһын етәкләгән була.
Әсәһе — новгород крәҫтиәне Морозова Анна Васильевна (1834-1919), А. П. Щепочкиндың элекке крепостнаяһы. Уларҙың бөтә (законһыҙ никахта тыуған) балалары ла (биш ҡыҙ һәм ике ул) әсәһе фамилияһын йөрөтә, ә атаһы булып крестный аталары алпауыт Радожицкий Александр Иванович һанала[7]. Ата-әсәһенең Борок усадьбаһы 1923 йылдан алып (Ленин бойороғо буйынса) Морозовҡа ғүмерлек файҙаланыу хоҡуғы буйынса бирелгән була.
Remove ads
Биографияһы
Николай нигеҙҙә үҙ йорттонда белем ала, әммә 1869 йылда 2-се Мәскәү гимназияһына уҡырға инә һәм (үҙенең хәтирәләре буйынса) һәм биш йылдан һуң насар уҡығанлығы арҡаһында гимназиянан сығарыла. 1871-1872 йылдарҙа Морозов Мәскәү университетының ирекле тыңлаусыһы була. Системалы белемде шулай итеп ала алмай.
Революцион эшмәкәрлеге

1874 йылда народниктарҙың түңәрәге «чайковец»та ҡатнаша, «халыҡҡа йөрөй», Мәскәү, Ярославль, Новгород, Воронеж һәм Курск губернаһы крәҫтиәндәре араһында пропаганда алып бара. Шул уҡ йылда Швейцарияға сығып, «Работник» һәм «Вперед!» журналдарында хеҙмәттәшлек итә, Интернационалға ағза булып инә. 1875 йылда Рәсәйҙә ҡулға алына. 1878 йылда 193-селәр процесы буйынса хөкөм ителә, әммә алдан төрмәлә ултыртылыуын иҫәпкә алып, судтан һуң азат ителә. Революцион эшмәкәрлеген дауам итә, пропаганда алып бара, хөкөмдән ҡасып, Һарытау губернаһына бара һәм нелегаль хәлгә күсә.
«Ер һәм ихтыяр» ойошмаһы етәкселәренең береһе була, «Ер һәм ихтыяр» исемле гәзит редакцияһы секретары була. 1879 йылда «Халыҡ ихтыяры» ойошмаһын төҙөүҙә ҡатнаша, уның башҡарма комитеты инә, шулай уҡ шул исемдәге гәзит редакцияһына ла инә.
Александр II үлтереүҙе әҙерләүҙә ҡатнаша. 1880 йылдың ғинуар айында «Халыҡ ихтыяры»ның практик эшенән китеп тора һәм гражданлыҡ ҡатыны Ольга Любатович менән сит илдәргә сығып китә, унда «Террористическая борьба» тигән брошюра сығара, унда үҙ ҡарашын һүрәтләй.
1880 йылдың декабрендә Лондонда МорозовКарл Маркс менән осраша. Маркс уға үҙенең бер нисә эшен, шул иҫәптән «коммунистар партияһы манифесы»н рус теленә тәржемә итергә тапшыра[8].
Тотҡонлоҡтағы йылдары
1881 йылдың 28 ғинуарында народоволецтар императорҙы үлтерерҙән алда уҡ Рәсәй сиктәре эргәһендә илгә рөхсәтһеҙ ҡайтҡан Морозов ҡулға алына[9]. 1882 йылда 20-еләрҙең процесы ваҡытында ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыла. 1884 йылға тиклем Петропавловский ҡәлғәһенең Алексеевский равелинында тотола, ә 1884 йылда — Шлиссельбург ҡәлғәһенең«Народовольческий корпусы»нда 2, 13, 15, 28, 29, 33 37камераларҙа тотола. Шлиссельбург каторга ҡәлғәһендә ул 26 томлыҡ төрмәлә яҙылған, һаҡланып ҡалған төрлө ҡулъяҙмаларын 1905 йылда төрмәнән азат иткәндә үҙе менән алып сыға.
Төрмәлә саҡта туберкулез менән сирләп китә, ул ваҡытта был сир дауалау ғәмәлдә булмай тип иҫәпләнә, әммә Н. А. Морозов үҙен үҙе туберкулездан дауалай: ярты йылдан һуң төрмә табибтары, уны ҡарап, иҫтәре китә: Морозов тотҡонда тере көйө генә ҡалмай, ә иҫән-һау, тотош сәләмәт була[10].
1905 йылдың 7 ноябрендә, революцион ваҡиғалар ваҡытында Н. А. Морозов 1905 йылдың 28 октябрендәге амнистияһы буйынса, 25 йыл төрмәлә булғандан һуң, төрмәнән иреккә сығарыла. Ошо 25 йыл ваҡыт эсендә ул ун бер сит телде өйрәнә, химия, физика, математика, астрономия, философия, авиация, политэкономия буйынса күп фәнни эштәр яҙа һәм үҙен тулыһынса фәнгә бағышлай, үҙенең хеҙмәттәрен, баҫтырырға әҙерләп, сығара башлай[11].
«Звёздные песни» китабын рөхсәтһеҙ баҫтырып сығарғаны өсөн 24 ноябрендә 1911 йылдың 24 ноябрендә уны ҡабаттан төрмәгә ябалар Был юлы ул Двина ҡәлғәһендә тотҡонлоҡта ултыра (15 июнь 1912- 21 февраль 1913 йылдарҙа), бында боронғо йәһүд телен өйрәнә. Романовтар йортоноң 300-йыллығы хөрмәтенә яһалған амнистия буйынса төрмәнән сығарыла. Шулай итеп, ғүмеренең дөйөм алғанда 29 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Ошо ваҡыт эсендә ул «батша үлтереүсенән» ғалим-энциклопедистҡа әйләнә.
1906-1941 йылдарҙа Морозов Петербургтың Сауҙа урамында (хәҙер — Союз Печатников урамы) 25 а йортонда йәшәй. Тотҡонда сағында киҫкен ҡараштарын либералдарҙыҡына үҙгәртһә лә, барлыҡ революцион партиялар ҙа уны тере народоволец булараҡ хөрмәт итәләр. 1908 йылдың майында ул Францияның Бөйөк көнсығышының «Поляр йондоҙҙар» масондары ложаһына инә[12][5]. Ложаны инициациялау ваҡытында — ул масон ложаһының I статьялы нигеҙсе-ағзаһы. 1909-1910 йылдарҙа — «Заря Петербурга» ложаһының хөрмәтле мастеры.
1909 йылдың утыҙ беренсе ғинуарында С. В. Муратов Н. А. Морозовты Рәсәйҙең Донъяны өйрәнеү йәмғиәтенә ошо йәмғиәттең рәйесе булып эшләргә саҡыра, һәм Морозов, 1932 йылда йәмғиәт ябылғанға тиклем, был эштә йәмғиәттең берҙән-бер рәйесе булып тора. Был йәмғиәттең ағзалары репрессияға эләгә, уларҙың ҡайһы берҙәре бары тик ярты быуат үткәс кенә амнистиялана. Большевиктарҙың ҡарашына тәнҡит менән ҡараусы Морозов бары тик үҙенең Бороктағы имениеһына ғына ҡайтарыла, Ул Борокта фәнни эштәр менән шөғөлләнә, шул иҫәптән Астрономия обсерваторияһында ла.
Октябрь революцияһы алдынан Н. А. Морозов тынысланыу-ярашыу позицияһын биләй, кадеттар партияһына инә, бында уға мәғариф министры иптәше вазифаһын тәҡдим итәләр, ләкин ул баш тарта. Большевиктарҙың ҡараштарын Морозов уртаҡлашмай. Уның өсөн социализм йәмәғәт ойошмаһы идеалы ғына була, әммә был идеалды ул бары тик алыҫ маҡсат итеп кенә ҡабул итә, уны бөтә донъя фән ҡаҙаныштары, техника һәм мәғариф үҫеше менән бәйләй. Уның фекеренсә, һуңғыһының алға этәреүсеһе капитализм тип иҫәпләй. Үҙ позицияһын яҡлап, социализмға күсеү өсөн сәнәғәтте национализациялау кәрәк, ә уны көсләп экспроприациялау түгел. Үҙ мәҡәләләрендә крәҫтиәнле Рәсәйҙә социалистик революцияһын үткәреү мөмкин түгел. Социалистик революция тураһында мәсьәләлә ул Лениндың оппоненты булараҡ сығыш яһай. Бында уның позицияһы Плеханов ҡарашына яҡыныраҡ тора.
1917 йылдың авгусында революция хәрәкәтенең башҡа ветерандары менән бергә (П. А. Кропоткин, Е. К. Брешко-Брешковская, Г А. Лопатин, Г В. Плеханов) Ддәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. Морозов үҙенең был кәңәшмәләге сығышында буржуазияһыҙ пролетариат йәшәй алмай, ти. Ул Ойоштороу йыйылышы һайлауҙарында кадет партияһы исемлегенән ( В. И. Вернадский менән бер рәттән) ҡатнаша. Ойоштороу йыйылышын таратылғандан һуң, сәйәси эшмәкәрлектән ситләшә.
Совет йылдарында
Наградалары
- 2 Ленин ордены (04.07.1944; 10.06.1945)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.07.1939)[11]
- Ленинградты обороналау өсөн» миҙалы
- 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
1932 йылда СССР Фәндәр академияһының Почетлы ағзаһы итеп һайлана[13]. Шул уҡ йылда Верхний Волга СССР Фәндәр академияһы базаһын үҙенең имениеһында булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай. 1939 йылда Борокта ғилми үҙә ойошторола, хәҙр унда Эске һыуҙар биологияһы институты һәм Рәсәй ФА-ның «Борок» Геофизик обсерваторияһы ғәмәлдә тора[11][14].
1939 йылда, 85 йәшендә Морозов Осоавиахимдың снайперҙар курсын тамамлай һәм, өс йыл үткәс, Волхов фронтында шәхсән үҙе теләп хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.[15]
1944 йылдың 4 июлендә Ленин ордены менән «тәбиғәткә бәйле күп йыллыҡ ғилми эшмәкәрлеге һәм 90-йыллығы хөрмәтенә» бүләкләнә[16].
Борок парктарының бер аҡланында ерләнгән. Тыуған көнөнә 100 йыл тулыу уңайынан Морозовтың ҡәберенә бронза һәйкәл ҡуйылған (скульпторы Г. Мотовилов)[17].
Remove ads
Әҙәби эшмәкәрлеге
1870 йылда, төрмәлә Морозов шиғырҙар яҙа, улар «Из-за решётки» (Женева, 1877) йыйынтығында баҫылып сыға. Азатлыҡҡа сыҡҡандан һуң Морозовтың «Из стен неволи» (1906), «Звёздные песни» (1910) шиғыр йыйынтыҡтары сыға, унда әҫәр индерелгән, шағирҙың 20 йылдан артыҡ төрмәлә ултырғанда яҙған әҫәрҙәре индерелгән. 1900 йылда ул фәнни шиғриәт менән булыша. Морозов шиғырҙарына Николай Гумилев ҡырҡа кире баһа бирә [18].
Шиғырҙарҙан тыш, Морозов фантастик хикәйәләр яҙа[19] һәм уның «Повести моей жизни» хәтирәләре лә яҙыла. Уның «Письма из Шлиссельбургской крепости» хәтирәләрен Л. Н. Толстой йылы баһалай.
Ғилми хеҙмәттәре

Н. А. Морозов астрономия, космогония, физика, химия, биология, математика, геофизик, метеорология, һауала осоу, авиация, тарих, фәлсәфә, сәйәси экономия, тел ғилеме, тарих фәндәре буйынса башлыса ағартыу һәм популяр характерҙағы бик күп китаптар һәм мәҡәләләр яҙған.
Н. А. Морозов 1918 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем П. Ф. Лесгафт исемендәге Тәбиғи фәндәр институтының директоры була.
Remove ads
Ғаиләһе

1878 йылда каторгаға хөкөм ителгәнгә тиклем народница Ольга Спиридоновна Любатович (1853-1917) менән граждандарса никахта йәшәй[20] 1880 йылдың октябрендә сит илдә уларҙың ҡыҙҙары тыуа, киләһе йылдың йәйендә бала менингиттан үлә.
1907 йыл башында Копань (Борок эргәһендә) ауылындағы сиркәүҙә Николай Морозов Бориславский Ксения Алексеевна (1880-1948) — билдәле пианист, яҙыусы һәм тәржемәсе — менән никахлаша. Улар оҙаҡ бергә йәшәй, ләкин балалары ғына булмай.
Remove ads
Хәтер
- Морозов хөрмәтенә бәләкәй планета (1210) Морозовие[21] һәм айҙағы кратер аталған[9].
- Ленинград өлкәһендә Морозов исемендәге ҡасаба бар.
- Владивостокта Николай Морозов хөрмәтенә аталған урам аталған [22].
- Шлиссельбург дары заводы 1922 йылдан алып «Завод им. Морозова» тип йөрөтөлә.
- Борок ҡасабаһында (Ярославль өлкәһе) Н. А. Морозовтың мемориаль йорт-музейыэшләй.
- Ярославль ҡалаһының Һынлы сәнғәт музейында Морозовтың рәссам Е. Н. Глебова 1930 йылда яҙған портреты һаҡлана.
- 1974 һәм 1979 йылдарҙа СССР-ҙа һәм, шулай уҡ, 2004 йылда Рәсәйҙә Морозовтың портреты төшөрөлгән маркалы конверттар сығарыла.
- 2019 йылда «Дед Морозов» сериалы төшөрөлә. Унда Морозовтың революцияға тиклемге яҙмышы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында бәйән ителә. Төп ролдә — Аристарх Ливанов.
Remove ads
Библиография
- Откровение в грозе и буре: История возникновения Апокалипсиса: С 62 рис. и снимками с древ. астрон. карт Пулк. обсерватории / Николай Морозов. —- [Санкт-Петербург]: Ред. журн. «Былое», 1907. — X, 304, [1] с., 64 ил., 1 л. карт.
- Периодические системы строения вещества: Теория образования химических элементов. — М.: Изд. т-ва И. Д. Сытина, 1907. — 437 с.: ил., табл.
- Основы качественного физико-математического анализа и новые физические факторы, обнаруживаемые им в различных явлениях природы / Николай Морозов. — Москва: т-во И. Д. Сытина, 1908. — XII, 402, [1] с., 4 л. табл.: ил.
- В поисках философского камня. — Санкт-Петербург: Обществ. польза, 1909. — 300, [3] с., 147 ил., портр., 6 л. табл.
- Морозов Н. А. Звездные песни. М., «Скорпион», 1910.
- Функция: Наглядное изложение дифференциального и интегрального исчисления и некоторых его приложений к естествознанию и геометрии: Руководство к самостоятельному изучению высшего математического анализа. — СПб.; Киев: Сотрудник, 1912. — XII, 464 с.: черт.
- Письма из Шлиссельбургской крепости. — СПб.: Изд-во М. Аверьянова, 1910. — 268, [2] с.: ил., 1 л. портр. Рисунки художника М. Соломонова.
- Террористическая борьба. — Лондон: Рус. тип., 1880. — 14 с.
- Морозов Н. А. Путешествие в космическом пространстве
- Под сводами: Сб. повестей, стихотворений и воспоминаний, написанных заключенными в старой Шлиссельбург. крепости, сост. Н. Морозовым. — Москва: кн. маг. «Звено», 1909. — 305, [2] с.
- Морозов Н. А. На границе неведомого. В мировом пространстве. Научные полуфантазии. Москва, 1910. 2018 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Морозов Н. А. Лингвистические спектры. Новое орудие объективного исследования древних документов
- Семь дней революции! События в Москве. Дневник очевидца. 1917 г. / Николай Морозов. — [М.], 1917. — 16 с.
- Морозов Н. А. Христос. История человечества в естественнонаучном освещении: тт.1—7. — М.; Л.: Госиздат, 1924—1932; 2-е изд. — М.: Крафт+, 1998
- Повести моей жизни. Т. 1 / почётный акад. Н. А. Морозов; ред., прим. [и предисл.] С. Я. Штрайха. — М.: Акад. наук СССР, 1947. — 503 с.: 5 л. ил. — (Акад. наук СССР. Науч.-попул. серия. Мемуары).
- Повести моей жизни. Т. 2 / почётный акад. Н. А. Морозов; ред. и примеч. С. Я. Штрайха. — М.: Акад. наук СССР, 1947. — 555 с. : 3 л. ил. — (Акад. наук СССР. Науч.-попул. серия. Мемуары).
- Повести моей жизни. Т. 3 / почётный акад. Н. А. Морозов; ред. и примеч. С. Я. Штрайха. — М.: Акад. наук СССР, 1947. — 415 с.: 3 л. ил. — (Акад. наук СССР. Науч.-попул. серия. Мемуары).
- Новый взгляд на историю Русского государства 2022 йыл 9 ғинуар архивланған.. — Санкт-Петербург: Издательство Санкт-Петербургского университета, 2007 ISBN 978-5-288-04401-4
Remove ads
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

