Мцхета

Грузия ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Мцхетаmap
Remove ads

Мцхета (груз. მცხეთა) — Грузияның Арагви һәм Кура йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан ҡалаһы. Мцхета-Мтианети крайының административ үҙәге; Тбилисинан бер нисә саҡрым төньяҡтараҡ урынлашҡан . Ҡала халҡы — 7 940 кеше (2014 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте).

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Рәсми тел ...

Remove ads

Тарихы

Thumb
Мцхетаның Светицховели күренеп торған урамдарының береһе

Грузияның бик боронғо ҡалаһы, уға нигеҙ беҙҙең эраға тиклем V быуатта һалына[5]. Риүәйәт буйынса, ҡалаға нигеҙҙе легендар Мцхетос һала. «Картлос батша үлгәндән һуң уның ҡатыны ерҙе уландары араһында бүлә. Өлкән улы Мцхетос — Арагви һәм Мтквари (Кура) йылғалары ҡушылған урынға төпләнә, ҡала төҙөй һәм уны үҙ исеме менән атай».

XIX быуатта йәшәгән испан авторы Хуан Ван-Хален, был урында булып, Мцхета тураһында түбәндәге мәғлүмәтте яҙып ҡалдыра: Нух пәйғәмбәр тоҡомдарының береһе Месхет, ҡалаға нигеҙ һалып, уны үҙенең баш ҡалаһы итеп һайлай, сөнки был урын йәшәү өсөн бик уңайлы була. Ҡала бөтә донъя һыу ташҡынынан һуң Нух пәйғәмбәр кәмәһе барып туҡталған Арарат тауынан байтаҡ ҡына алыҫлыҡта урынлашҡан[6].

Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Картлий батшаһы Азо (Азови) Мцхетаны Картлий батшалығының[<span style="" title="не указан источник на утверждение (26 августа 2018)">сығанаҡ 306 көн күрһәтелмәгән</span>] баш ҡалаһы тип иғлан итә. Беҙҙең эраға тиклем V быуат аҙағынан Картлий батшалығының баш ҡалаһы Тбилисиға күсерелә. Самеба ғибәҙәтханаһының төҙөлөшө тамамланғанға тиклем Грузия Патриархы кафедраһы Мцхетала урынлашҡан була.

Ҙур Мцхетаның иҫке райондары: Саркине, Цицамурь, Накулбакеви, Карсани, Мухатгверди, Калоубани-Кодмани.

Армази ҡәлғәһенең (Армазцихе) нығытылған резиденцияһы, Бебрисцихе һәм ҡала биҫтәләренең ҡалдыҡтары, ҡәберлектәр, шулай уҡ Самтавро монастыры комплексы (XI быуаттың төп ҡорамы) һәм кафедраль Светицховели кафедраль соборы ошонда урынлашҡан. Мцхета янында илдәге иң боронғо Джвари монастырь ҡорамы (VI быуат), Шио-Мгвимский монастыры урынлашҡан. Төбәктең мәҙәни ҡомартҡылары ЮНЕСКО тарафынан һаҡлана һәм бөтә донъя мираҫына ҡарай.

Thumb
Изге Нина монастыренан Джвари монастыры һәм Мцхета тирәләй урынлашҡан тауҙар күренеше.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads