Мөьмин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мөьмин (ғәр. مؤمن, иманға ингән, тоғролоҡло булған) — Аллаһы Тәғәләгә ысын күңелдән ышанған, иманы уның фекерҙәрен һәм ғәмәлдәрен билдәләгән, уның тормошмәғәнәһенә әүерелгән мосолманды билдәләү өсөн ҡулланылған ислам төшөнсәһе.[1]
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Remove ads
Мөьмин эйә булырға тейешле сифаттар
Ҡөрьәндең күп аяттарында ысын күңелдән иманға килгәндәрҙең сифаттары тасуирлана:[2]
- Мөьминдәр фарыз намаҙҙарҙы тейешлесә башҡара.
- Улар фарыз булған зәкәт-саҙаҡаһын түләй һәм үҙ мал-мөлкәттәрен Аллаһ юлында ҡуллана.
- Үҙҙәренең барлыҡ эштәрендә Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәл итәләр.
- Мөьминдәр башҡаларҙы яҡшы юлдарҙы һайларға, насарҙарға керешмәҫкә өндәйҙәр.
- Буш һәм файҙаһыҙ эштәрҙән йыраҡ торалар.
- Улар саф күңелле, ауыр гөнаһтарҙы ҡылмай.
- Көфөрлөктөң тормоштарына инеүенән һаҡланалар.
- Аллаһы Тәғәләгә, Уның Рәсүленә буйһоналар, һәм уларҙың бойорғандарына һәр ваҡыт итәғәт итәләр.
- Аллаһы Тәғәләнең Ер йөҙөндәге урынбаҫары (хәлифә) тип яралтылған аҡыллы кеше дәрәжәһенә тоғролоҡло булып йәшәйҙәр.
Remove ads
Мөьминдәр тураһында Ҡөрьәндә
- Әл-Мүьминүн сүрәһе — Ҡөрьәндең 23-се сүрәһе, Мәккәлә иңдерелгән, 118 аяттан тора.
- Ҡөрьәндә Мөьмин һүҙе 229 тапҡыр ҡулланыла[3], мәҫ.: «Ий мөьминдәр, һәммәләрегеҙ ҙә Аллаһуға тәүбә итегеҙ, моғайын донъя үә ахирәттә бәхетле булырһыҙ.» .
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Әл-Мөьмин
- Ҡөрьәндең Әл-Мүьминүн сүрәһе
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads