Ежов Николай Герасимович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ежов Николай Герасимович (4 ғинуар 1922 йыл1 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Николай Герасимович Ежов 1922 йылдың 4 ғинуарында Йәҙгәр ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) тыуған. Тулы булмаған урта белем алғас, Чкалов өлкәһенең Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатында электрик булып эшләй. 1941 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың мартында сержант Николай Ежов 3-сө Белорус фронты 2-се гвардия армияһы 154-се уҡсылар дивизияһы 571-се артиллерия полкының орудие командиры. Польшаны азат иткән саҡта батырлыҡ күрһәтә[1].

1945 йылдың 1 мартында, Бранево ҡалаһынан 30 километр көнсығышта Тифен-Зее күле районында һуғыш ваҡытында, Ежов орудиеһын тәгәрләтеп сығара һәм дошманға ҡарай ут аса, дошмандың терәк пунктын, 5 пулеметын, 20-гә яҡын һалдат һәм офицерын юҡ итә. Бер нисә тапҡыр дошман контратакаға күтәрелә, уларҙы кире ҡағыуҙа төп ауырлыҡ Ежов расчеты өҫтөнә ята. Дүртенсе контратака ваҡытында Ежовтың аяғы ҡаты яралана, әммә яралы тоҫҡаусыны алмаштырып ут асыуын дауам итә. Ежов алтынсы контратака ваҡытында ярсыҡтан һәләк була[2]. Бранево ҡалаһында ерләнгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» сержант Ежов Николай Герасимовичкә үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Медногорск ҡалаһында урам Ежов исеме менән аталған, ундағы йорттарҙың береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауылы мәктәбенә, Ежов эшләгән Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатына ингән ерҙә Геройға бюст ҡуйылған[7].
  • Н. Г. Ежовтың һуңғы эш урыны — Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатының электр цехы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһы үҙәгендә Геройҙар аллеяһында 2018 йылдың 1 октябрендә Н. Г. Ежовтың портреты менән гранит йондоҙ ҡуйылған[8].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads