Ньяса
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Нья́са[1] (шулай уҡ Мала́ви, ингл. Nyasa йәғни Malawi, порт. Lago Niassa) — Көнсығыш Африкалағы күл. Көнсығыш Африка рифт үҙәне күлдәре араһында майҙаны буйынса иң ҙур күл. Малави, Мозамбиком и Танзанией. Төньяҡтан көньяҡҡа табан 560 км һуҙылған, максималь тәрәнлеге — 706 м. Донъяла сөсө күлдәр араһында ҙурлығы буйынса туғыҙынсы, ә тәрәнлеге буйынса өсөнсө урынды биләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Малави
«Ньяса» — яо халҡының телендә «күл» тип аңлатыла.
Remove ads
География
Күл Көнсығыш Африка рифт үҙәненең көньяҡ осонағы ер ҡабығынағы йыйырсыҡты тултыра. Оҙонлоғо 584 км, киңлеге 16—80 км. Майҙаны — 29 604 км²[2], уртаса тәрәнлеге 292 м, иң ҙур тәрәнлеге — 706 м. Күлдең дөйөм күләме — 8 400 км³.
Күл бассейнынң күп өлөшөн таулыҡтар һәм тауҙар биләй, улар рифт үҙәненең сиктәре булып тора.
Күлгә 14 йылға ҡоя. Төп ҡушылдыҡтары: Рухуху, Сонгве, Төньяҡ һәм Көньяҡ Рукуру, Двангва, Буа һәм Лилонгве. Күлдән берҙән-бер сығыусы йылға — Шире (Замбези бассейны)[3].

Күлдең һәм уның бассейнының ҙур өлөшө (68 %) Малави сиктәрендә урынлашҡан; күл бассейнының 25 %-ы — Танзания территорияһына, 7 % — Мозамбикка керә. Мозамбик сектороның үҙәгендә, күлдең көнсығыш өлөшөндә Малави дәүләтенә ҡараған Ликома һәм Чисумулу утрауҙары урынлашҡан.
Төрлө баһаламалар буйынса Ньясала, 500-ән 1000-гә тиклем балыҡ төрө тереклек итә[4].
Күлдә балыҡсылыҡ үҫешкән. Күлдән сыҡҡан Шире йылғаһында гидроэлектростанция төҙөлгән, ул Малави өсөн төп электрлыҡ сығанағы булып тора.
Төп порттары: Манки-Бей, Чипока, Нхотакота, Нката-Бей, Каронга (барыһы ла Малавила), Манда (Танзания) һәм Кобве (Мозамбик).
Европалылар араһынан тәүге булып 1616 йылда португал сәйәхәтсеһе Гашпар Букарру күлде күрә[5]. Әммә ғилми әҙәбиәттә бына 1860 йылда булған инглиз сәйәхәтсеһе Дэвид Ливингстон күлде «асыусы» тип иҫәпләнә, ул Ньясаны «йондоҙҙар күле» тип атаған[6].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads