Океан (мифология)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Океан (мифология)
Remove ads

Океан (бор. юнан. Ὠκεανός) — боронғо грек мифологияһында илаһ, титан, ерҙе һәм диңгеҙҙе йыуыусы (уратыусы), йылғаларға, инештәргә, диңгеҙ ағымдарына башланғыс биргән иң бөйөк донъя йылғаһы стихияһы; ҡояш, ай һәм йондоҙҙар төйәге[11][12]. Уран менән Геяның улы, һеңлеһе Тефияның ире, бөтә йылға тәңреләренең һәм океанидаларҙың атаһы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Атаһы ...
Remove ads

Этимологияһы

Мартин Личфилд Уэст һүҙҙәре буйынса, бор. юнан. Ὠκεανός һүҙенең этимологияһы билдәһеҙ һәм боронғо грек телендә сығышын раҫлаған дәлилдәр табылмай. Шул уҡ ваҡытта һүҙҙең башҡа телдәрҙән үҙләштерелеүенең ышандырырлыҡ варианттары юҡ[13].. Ҡайһы бер ғалимдар һүҙҙең семит килеп сығышын тәҡдим иткән[13][14]. Роберт Бекес гректарға тиклемге һинд-европа булмаған килеп сығышына күрһәтә[15].

Мифологияла

Гомерҙа Океан — ул тәңре генә түгел, ә бар тереклектең башы[16][17] Океан — «тәңреләрҙең ата-бабаһы»[18], тап унан «барыһы ла килеп сыға»[19].

Thumb
Океан һәм Тефида

Гесиодта Океан — титандарҙың иң олоһо, Уран һәм Геяның (йәғни Күктең һәм Ерҙең) улы, Крондың, Гипериондың һәм Реяның ағаһы, Тефиданың ағаһы һәм ире, уларҙың өс мең ҡыҙы — океанидалар, шул тиклем үк улдары — йылға ағымдары (боронғо грек йылға тәңреләре) тыуған[20][21][17][22].

Океан титандарҙың атаһына һөжүмендә һәм титандарҙың Зевсҡа ҡаршы алышында ҡатнашмай, шуның өсөн дә ул үҙенең юғары хәлен һаҡлап ҡала[23][21][24][22].

Аполлодор буйынса, ул — Зевстың беренсе ҡатынының, Метиданың атаһы[22]. Үҙенең тыныслыҡ һөйөүе һәм изгелеге менән билдәле, мәҫәлән Эсхилдың "Бығауланған Прометей"ында (түбәндә ҡарағыҙ) ул Прометей менән Зевсты яраштырырға тырыша[12][22]. Тәңреләр Океанды олоғайған ата-әсә булараҡ хөрмәт итәләр, үл яңғыҙ йәшәһә лә, уның хаҡында хәстәрлек күрәләр[11].

Алыҫ көнбайышта Океан йәшәү менән үлем донъяһы араһындағы сикте йыуа[22][12], унда ер аҫты батшалығына инеү урыны бар.

Уның һыуҙарының Пегас тигән аты тыуа[25]. Эсхил Океанды ҡанатлы ат эйәһе тип атай[26].

Ҡайһы бер фараздар буйынса, Триптолем һәм Керкоптар (һуңғылары Тейянан, уның үҙ ҡыҙынан йәки һеңлеһе-титаниданан)[27] һәм, шулай уҡ, Эпименид буйынса — Стикс[28], Ехиднаның әсәһе[29] Океандың балалары. Бер вариант буйынса ул нимфа Калипсоның атаһы[30].

Океан һүрәте Гефестың Ахилл өсөн яһаған ҡалҡанын ҡаймалай[12].

LXXXIII орфик гимн уға арналған. Эсхилдың «Бығауланған Прометей» трагедияһының ҡатнашыусыһы[12]. Андрон Галикарнасский Парфенопа һәм Помфолиганы Океандың ҡатындары тип атай.

Посейдондан айырмалы рәүештә, боронғо грек мифологияһында Океан тулы образға эйә түгел, тип билдәләнә[12].

Remove ads

Балалары

  • Климена
  • Амалфея
  • Амфитрита
  • Немесида
  • Метида
  • Тюхе
  • Филира
  • Эфра
  • Плейона
  • Евринома
  • Асия
  • Хрисеида
  • Пейто
  • Рода
  • Плуто
  • Гесиона
  • Дорида
  • Клития
  • Каллироя
  • Энипей
  • Телеста
  • Идия
  • Перибея
  • Акаста
  • Волви
  • Кето
  • Зеуксо
  • Термес
  • Симеф
  • Филлид
  • Кидн
  • Кладей
  • Кремет
  • Клитумн
  • Кефисс
  • Каистр
  • Исмен
  • Герм
  • Гидасп
  • Гебр
  • Галиакмон
  • Греник
  • Борисфен
  • Бафир
  • Брикон
  • Гелиссон[lt]
  • Эрасин
  • Асканий
  • Апидан
  • Анаур
  • Анигр
  • Анап
  • Амнис
  • Фазис
  • Окироя
  • Альмон
  • Галаксаура
  • Гиппо
  • Астероидея
  • Бероя
  • Клития
  • Корифа
  • Додона
  • Эвагореис
  • Эудорэ
  • Эван
  • Эвпаратес
  • Гандж
  • Пактолия
  • Серза
  • Амхиро или Ампхиро
  • Плаксура
  • Тоэ
  • Ланире
  • Арндж
  • Ксанфа
  • Милоборисс

Әҙәбиәт

  • Океан // Словарь античности = Lexikon der Antike / сост. Й. Ирмшер, Р. Йоне; пер. с нем. В. И. Горбушин, Л. И. Грацианская, И. И. Ковалёва, О. Л. Левинская; редкол.: В. И. Кузищин (отв. ред.), С. С. Аверинцев, Т. В. Васильева, М. Л. Гаспаров и др. — М.: Прогресс, 1989. — С. 392. — 704 с. — ISBN 5-01-001588-9.
  • Тахо-Годи, Аза Алибековна. Океан // Мифы народов мира : В 2 т. / Гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд.. М.: Советская энциклопедия : Изд-во малого предприятия «Останкино», 1992. — Т. 2: К — Я. — С. 249. — 719 с. ISBN 5-85270-072-X.
  • Лисовый И. А., Ревяко К. А. Океан // Античный мир в терминах, именах и названиях: Словарь-справочник по истории и культуре Древней Греции и Рима / Науч. ред. А.И. Немировский. — 3-е изд.. — Мн: Беларусь, 2001.
  • Океан // Современный словарь-справочник: Античный мир / [авт.-сост. М. И. Умнов]. М.: АСТ : ОЛИМП, 2000. — 475 с.
  • Океан // Мифологический словарь : ок. 1800 ст. : [основные сведения о мифологиях наиболее знач. мировых цивилизаций и регионов] / Г. В. Щеглов , В. Арчер. М.: АСТ, 2006. — 364 с. ISBN 5-17-035623-4.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads