Оло Аҡа

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Оло Аҡа (рус. Большая Ока) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Оло Аҡа ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1064 кеше булған[4]. Почта индексы — 452554, ОКАТО коды — 80242810001.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...

Remove ads

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны[5],[4] (кеше)
Халыҡ һаны2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы198920022010кеше %
Бөтәһе122712011064-137-11.41
Ир-егеттәр571588523-65-11.05
Ҡатын-ҡыҙҙар656613541-72-11.75

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 92 км

Билдәле шәхестәре

Ауылдың тарихи шәхесе — Бәхтияр Канкаев. Ул Е. И. Пугачевтың көрәштәше, баш полковник, бригадир. Салауат Юлаев Энциклопедияһында, Татар энциклопедияһында уның тураһында мәҡәлә бар.

  1. Абдрахманов Рәфил Фазыл улы — гидрогеолог, геoлогo-минераль фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
  2. Әхмәтсафин Алмаз Хәким улы — табип-онколог, медицина фәндәре кандидаты;
  3. Әхмәтов Алмаз Таhир — инженер-механик, ТАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы;
  4. Әмиров Марсель Мәғрүп улы — филолог, философия фәндәре кандидаты;
  5. Вәисов Ғабдрахман Бәдретдин улы — дин әhеле, ауылдың беренсе тарихсыһы;
  6. Вәисов Нәҡиб Мидхәт улы — инженер — механик, техник фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;
  7. Вәисов Самат Мостафа улы — совет — партия, хужалыҡ хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, район музейын башлап ойоштороусы;
  8. Вәисов Фәрит Дауыт улы — табип, медицина фәндәре кандидаты;
  9. Ғәлиуллин Радик Зыя улы — инженер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  10. Ғәләүетдинов Фуат Вилдан улы — педагог, муниципаль хезмәткәр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;
  11. Ғәләүетдинова Гөлназ Сәлим ҡыҙы — акушер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
  12. Ғилманова Зилә Хәлит ҡыҙы — педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  13. Дәүләтбаев Булат Сабир улы — тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифе хеҙмәткәре;
  14. Дәүләтбаев Марат Сабир улы — инженер — химик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы;
  15. Дильмөхәммәтова Зөhрә Килмөхәммәт ҡыҙы — мал караусы, Ленин, Ҡыҙыл Хезмәт Байрағы, Октябрь революцияһы ордендары менән бүләкләнгән, Мәсетле районының почётлы гражданины;
  16. Ильясова Ғизинур Ильяс ҡыҙы — педагог, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  17. Муфазалова Рәйсә Рәис ҡыҙы — педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  18. Мөхәрләмов Рәфис Исхаҡ улы — инженер — химик, химия фәндәре кандидаты;
  19. Рәхимов Рәхимйән Исхаҡ улы (1926—10.01.2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, старшина. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
  20. Сабитова Сания Габделҡәүи ҡыҙы — педагог, ауылдың шәжәрәһен яҙыуһы дауам итеүсе, Ленин ордены менән бүләкләнгән;
  21. Фазылова Роза Әшрәф ҡыҙы — медицина хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
  22. Хабибуллин Мөхәммәтхафиз (Хафиз — бай) — 1-се гильдиялы сәүҙәгәр, меценат;
  23. Сираев Ғабдулйән Носрат улы — агроном, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  24. Хәсәнов Шамил Камил улы — педагог, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  25. Хисамов Эрнст Нургали улы — табип, профессор, биология фәндәре докторы;
  26. Шәмсиева Фзуа Вәкил ҡыҙы — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  27. Йосопов Рафас Миңлеғәли улы — инженер—механик, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).
Remove ads

Аҡаларҙың ҡушаматтары

Ауыл халҡында кешеләрҙең ҡушаматтары мелән һөйләшеү ғәҙәте бик көсле. Ҡушаматтар быуындан — быуынға күсеп килә. Хатта заманына ҡарата үҙгәреп тә китә. Мәҫәлән, ауылда элекке ваҡыттан йәшәп килгән «Сытыр» ҡушаматлы кешәләргә бөгөн «штакетник» ҡушаматы тағылган."Бизмән" ҡушаматлылар хәҙер «автовеса» булып йөрөйҙәр.

Фоторәсем

Сал тарихлы йәмле Аҡа. Фуат Ғәләүетдинов фотоальбомы.

Сығанаҡтар

  • Давлетбаев Б. С. Большая Ока. История села. — Уфа: РИО Министерства печати и средств массовой информации, 1992. — 191 с. ISBN 978-5-207-00249-1
  • Дәүләтбаев Б. С. Акаларның нәсел чылбыры.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads