Орджоникидзе районы (Өфө)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Орджоникидзе районы — Өфөләге ете райондың береһе. Ҡаланың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ҡала Советынан Инорсҡа тиклем һуҙылған. 2016 йылда Өфө райондары сиктәрен билдәләгәндә бер аҙ үҙгәртелгән.
Майҙаны — 146 км².
Remove ads
Тарихы
Әлеге район биләмәһендә Черниковка, Аничково, Бонье һәм башҡа ауылдар була. Һуңғараҡ биләмә Өфө өйәҙенең Богородский олоҫона ҡараған.
Өфө янына моторҙар һәм котлотурбинный заводтар төҙөлөүгә бәйле БашЦИК-тың Кесе Президиумы 1931 йылдың 23 декабрендә Черниковка ҡасаба советын ойоштора.
1936 йылда был биләмәләр Өфө ҡалаһы составына индерелә. Ҡасаба Советы Черниковка район советына әйләндерелә. Биләмә үҙәге Моторныйҙа булып, Өфө ҡала советына буйһона. Яңы район Сталин районы тип атала.
1941 йылда ул көслө промышленность районына әүерелә һәм районды эреләтеү тураһында һүҙ алып барыла, әммә һуғыш ҡамасаулай.
Күп эшселәре булған эре сәнәғәт предприятиелары булыуы һәм ҡаланан 15-20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуы арҡаһында ҡала советына район етәкселеге менән эшләүе ауырлаша. Шуға ла РСФСР Юғары Советы Президиумы указы (1944, 5 декабрь) менән Өфө ҡалаһының Сталин районын республика ҡарамағындағы (БАССР) Черниковск ҡалаһына үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Һуғыштарн һуң ҡала сәнәғәт буйынса ла, халыҡ һаны буйынса ла үҫешә. Уны райондарға бүлеү зарурлығы тыуа.
РСФСР Юғары Советы Президиумы указы (1952, 25 февраль) менән Черниковск ҡалаһы өс районға бүленә: Сталин, Калинин һәм Орджоникидже райондары. Һуңғыһы бигерәк тә йылдам үҫешә башлай, сөнки тап бында нефтехимия, нефть эшкәртеү предприятиелары төҙөлә.
Районда хеҙмәтсәндәрҙең депутаттар советы булдырыла. Унда 1952 йылдың 27 апрелендә һайланған 118 депутат инә. Райисполком составында 11 кеше иҫәпләнә.
Был осорҙа Черниковск сиктәре бик ныҡ киңәйә һәм Өфө ҡалаһы сиктәренә яҡыная. Шул арҡала был ике ҡаланы берләштереү маҡсатҡа ярашлы булыуы асыҡлана.
БАССР Юғары Советы Президиумы указы (1956, 24 июль) менән Өфө һәм Черниковск ҡалалары бер ҡала — Өфө ҡалаһына берләштерелә. Орджоникидзевский райсовет г. Черниковск Өфө ҡалаһының Орджоникидзе райсоветына әйләнә.
Райсовет һәм район башҡарма комитеты ҡоролошо 1992 йылдың 19 июленә тиклем эшләй. Халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитетының мөҙҙәте сыҡҡас, Өфө ҡалаһы Орджоникидже район администрацияһына үҙгәртелә. Өфө ҡала мэрының Постановлениеһы (1992,19 июнь) менән Орджоникидже районының хәкимиәте башлығы итеп Сергей Петрович Барышев тәғәйенләнә.
Remove ads
Халҡы
Билдәле шәхестәр
- Пегов Виктор Николаевич (6.11.1938—22.10.2018), рәссам, педагог. 1962—2018 йылдарҙа Өфө сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР‑ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Урыҫ-Юрмаш ауылынан[26][27].
Район бөгөн
Иҡтисады

Орджоникидзе районы — нефть эшкәртеү һәм нефтехимия предприятиелары, химия, энергетика, машиналар төҙөү, ағас эшкәртеү, еңел промышленность һәм төҙөлөш индустрияһы тупланған район. Райондың промышленность производствоһы Өфө ҡалаһындағы дөйөм күләмдең 44 процентын тәшкил итә.
Райондың эре сәнәғәт предприятиелары:
- Нефть эшкәртеү заводтары;
- ААЙ «Өфөхимпром» (ОАО «Уфахимпром» (әле ябылған);
- Троллейбус заводы — «Башкирский троллейбусный завод»,
- «Свет» Өфө электр лампалары заводы
- «Башэлектроремонт» компанияһы,
- ААЙ (ОАО) « „Чародейка“ Өфө косметика фирмаһы»,
- ААЙ (ОАО) «Өфө спорт изделиелары фабрикаһы»,
- № 1, № 3,№ 4 йылылыҡ электроцентралдәре,
- ААЙ (ОАО) «1-се һанлы Өфө железобетон заводы»
- «Ағиҙел ДОК-ы»,
- ААЙ (ОАО) «Трест № 21»,
- ААЙ (ОАО) «Башнефтезаводстрой»,
- ААЙ (ОАО) «Нефтехимремстрой»,
- ЯСЙ (ООО) «Спецсервис-ремонт»,
- ААЙ (ОАО) «Востокнефтезаводмонтаж»,
- ААЙ (ОАО) «Элеваторспецстрой».
Фән
Район — нефть эшкәртеү, нефтехимия, микробиология, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың химик ысулдары һәм сәнәғәт төҙөлөшө өлкәһендәге процесстарҙы эшләп сығарыу һәм проектлау буйынса эре фәнни үҙәк булып тора. Барлығы 15 фәнни-тикшеренеү, проект институты һәм предприятиеһы иҫәпләнә. Ҡала советының да Орджоникидже районына ҡарауын айырым әйтеп үтергә кәрәк.
Социаль сфера
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads