Орфоэпия

әҙәби телдә нығынған телмәр ҡағиҙәләре йыйылмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Орфоэпия (бор. юнан. ὀρθός «дөрөҫ» һәм ἔπος «телмәр») — әҙәби телдә нығынған телмәр ҡағиҙәләре йыйылмаһы. Ҡайһы бер авторҙар,  орфоэпия төшөнсәһен бер аҙ "киңәйтеп", уға өндәрҙе әйтеү һәм баҫым нормаларын да индереп ебәрә,  «тар» ҡараш иһә баҫымды орфоэпия ҡағиҙәләренә индермәй[1].

Ҡыҫҡа факттар

Орфоэпия нормалары телмәр эшмәкәрлегендә мөһим урын биләй, сөнки   өндәрҙе боҙоп әйтеү йә баҫымды дөрөҫ ҡуймау әйтелгәндең мәғәнәһенә хилафлыҡ килтерә, аңлауҙы ауырлаштыра, ғөмүмән, тыңлаусыла насар тәьҫир ҡалдыра.  

Remove ads

Әйтелеште бер төрлөгә әйләндереү тарихы, диалекттар

Рим империяһының яңы провинцияларына латин теле үтеп ингәндә һәм яҙма әҙәби тел менән һөйләү теле араһында айырма ҙурайғанда диалекттағы әйтелештең орфоэпик нормаларҙан тайпылыу осраҡтарынан төҙөлгән белешмәлектәр барлыҡҡа килә[2].

Тарҡау феодализм осоронда әҙәби телде дөйөм ҡағиҙәләргә яраҡлаштырыу менән шөғөлләнмәйҙәр һәм орфоэпия ҡағиҙәләрен ҡулланмайҙар.  Рыцарҙар шиғриәтенән үтә  сағыу диалектизмдарҙы алып ташлап,   әҙме-күпме нормалар индерергә тырышыуҙарҙа ғына орфоэпияға иғтибар шәйләнә [3].

Берҙәм милли телдәр формалашҡан дәүерҙәрҙә  орфоэпия мәсьәләһе ҡалҡа. Орфоэпик берҙәмлеккә ынтылыу ерле һөйләштәргә, айырым төркөмдәр һәм ҡатламдар араһында ғына ҡулланылған телмәр төрҙәренә ҡаршы сыға. Мәҫәлән, XVIXVII быуаттарҙағы француз грамматикалары ерле диалектизмдарҙы ла, һарай тирәһендәге аҡһөйәктәрҙең үҙҙәре генә ҡулланған айырым әйтелеш нормаларын индерергә тырышыуын да инҡар итә[4].

XVIIIXIX быуаттарға нығынған  телмәр нормалары, ҡала халҡының телмәренә бер аҙ яҡынлашыу һәм дворяндар телендәге архаизмдарҙан баш тартыу кеүек ваҡ үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып ҡала.  Бөйөк  француз инҡилабы осоронда француз әҙәби телендә «oi» дифтонгыһын «wa» («ое́» урынына) тип әйтеү орфоэпик күренеш булараҡ нығына[4].

Рус әҙәби теле тарихында  орфоэпик норма  XX быуат  башына төбәктәрҙәге әйтелештәрҙе, ниһайәт, еңә. Мәҫәлән, унан диалекттарҙағы  о  менән һөйләү юғала: «м[о]л[о]дой», «х[о]р[о]шо» урынына әҙәби әйтелештәге «м[ъ]л[ʌ]дой», «х[ъ]р[ʌ]шо» ҡулланыла.  Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер диалектизмдар бирешеп бармай, мәҫәлән,  көнбайышта һәм көнсығышта «ч» өнөнөң ҡаты итеп әйтелеүе,  үҙәктә «поле», «море» урынына «по́ля», «мо́ря» тип әйтеү һәм башҡалар. Әммә  варианттарҙың ҡайһыһы әҙәби тел өсөн дөрөҫ икәнлеге нығытылмаған осраҡтар ҙа күп.   Әлеге осорҙа рус орфоэпияһы  тулыһынса нығынып бөтмәгән һәм үҫешен дауам итә.

XX быуат башында ерле Мәскәү ғаиләләрендә һаҡланған мәскәү һөйләше өлгө тип һанала. Әммә шул заманда уҡ уның тормоштан артта ҡалыуы асыҡ була. Орфоэпияла нормалар үҙгәреп тора, ҡайһылары юҡҡа сыға, яңылары барлыҡҡа килә. Был процесҡа тормош үҙе, йәнле тел һәм үҙгәреш кисереүсе мәҙәниәт йоғонто яһай. Хәҙерге  рус орфоэпияһына айырым өндәрҙең, өнбәйләнештәрҙең, һүҙҙәрҙең әйтелешендә  «өлкән» һәм «кесе» нормалар айырыла[5]. «Өлкән» норма иҫке мәскәү әйтелешен һаҡлай. «Кесе» норма хәҙерге әҙәби әйтелеш үҙенсәлектәрен сағылдыра.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads