Остеомиелит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Остеомиелит (гр. osteon — һөйәк, myeloјs — мейе)— електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе менән бер юлы шешеүе[1]; һөйәктеү кимеге, эргәләге компакт матдәһе һәм һөйәк ярыһының бер юлы шешеүе[2].
Remove ads
Бүленеше
Остеомиелит специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ. б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ. б. һөҙөмтәһендә); киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр.
Төп билдәләре
Һөйәктәр ауыртыу, температура күтәрелеү һ. б.
Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр
Сепсис, эренле артрит, һөйәктәрҙең патологик һыныуы һ. б.
Тикшеренеүҙәр
Диагностика өсөн тикшеренеүҙең инструменталь (рентгенография, радиоизотоп сканерлау, һөйәктең эске баҫымын үлсәү менән елеккә пункция эшләү) һәм лаборотор (пунктатты бактериологик тикшереү) ысулдары файҙаланыла.
Дауалау
Дауалау медикаментоз (антибактериаль, иммунитетты көсәйтеүсе һ. б. препараттар) һәм хирургик (некрэктомия, һөйәк ҡыуышлығын пластик материал менән тултырыу).
Ауырыу буйынса Башҡортостандағы тикшеренеүҙәр
Башҡортостанда ауырыу проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 40‑сы йылдары уртаһынан медицина университетында үткәрелә: А. А. Полянцев етәкселегендәге пуля менән яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән остеомиелитҡа дауалау ысулдары эшләнә, 70‑се йылдарҙан алып ололарҙа ауырыуҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау (Е. Н. Кель, Р. Х. Мадьяров, В. Ғ. Сәхәүетдинов, Ш. И. Хөсәйенов), шул иҫәптән аутотрансплантаттар ҡулланып дауалау (В. О. Кузнецов), балаларҙа гематоген остеомиелитын дауалау алымдары камиллаштырыла (Ф. Х. Ғәйнанов, А. Г. Лютов һ. б.).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
