Палатников Александр Самойлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Палатников Александр Самойлович
Remove ads

Палатников Александр Самойлович (11 декабрь 1923 йыл — 29 ноябрь 2007 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1967—1987 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983) һәм почётлы авиатөҙөүсеһе (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Александр Самойлович Палатников 1923 йылдың 11 декабрендә Мәскәүҙә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китә.

1952 йылда Мәскәү авиация технология институтын тамамлай һәм Мәскәү, Клин, Арсеньев ҡалалары предприятиеларында эшләй.

1966 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһында баш инженер, 1967 йылдан 1987 йылғаса — генераль директор, был осорҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

1987 йылдан 2007 йылға тиклем Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында «Камов» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй.

Уның тарафынан «Ка-26», «Ка-27», «Ка-28», «Ка-29», «Ка-32» вертоллеттарын һәм («Рейс», М-17) самолёттарын, десант техникаһын етештереү үҙләштерелә.

БАССР-ҙың унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһында А. С. Палатниковҡа бюст ҡуйылған.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads