Панов Александр Константинович
Башҡортостан ғалимы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Панов Александр Константинович (1 май 1940 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — инженер-механик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
Remove ads
Биографияһы
Александр Константинович Панов[1] 1940 йыл 1 майында Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк районының Григорьевка утарында тыуа.
1967 йылда Ҡазан химия-технология институтын тамамлай.
Эш урындары: 1958 йылдан — «Башкируголь» комбинатының Күмертау күмер разрезы мастеры, «Кумертаустрой» тресы хеҙмәткәре (1962—1963); Стәрлетамаҡ «Авангард» заводының механигы, цех начальнигы (1967—1970), махсус конструкторлыҡ-техник бюроһы лабораторияһы начальнигы (1973—1975); 1975 йылдан Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, 1988—2004 йылдарҙа кафедра мөдире. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стәрлетамаҡ филиалының ғилми хеҙмәткәре. 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире (Стәрлетамаҡ ҡалаһы).
Александр Константинович Пановтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: химик технологиялар һәм аппараттар. Уның тарафынан технология аппараттарының юғары һөҙөмтәле конструкциялары һәм уларҙы хисаплау, моделдәрен эшләү ысулдары, полимерҙарҙың экструзияһын интенсивлаштырыу ҡорамалдары уйлап сығарылған.
Панов 2 фән докторы һәм 19 фән кандидаты әҙерләгән.
2015 йылдың 28 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Remove ads
Хеҙмәттәре
Панов Александр Константинович — 360 ғилми-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, уйлап сығарыуҙарға 37 авторлыҡ танытмаһы һәм патент авторы.
- Гидродинамика потоков аномально-вязких полимерных систем в формующих каналах. Уфа: УГНТУ, 1994 (соавтор).
- Аэродинамика дисперсных потоков в низконапорных аппаратах вихревого типа. Уфа: Гилем, 1997 (соавтор).
- Основы расчета гидродинамических характеристик потоков неньютоновских сред в каналах машин и аппаратов химических технологий. Уфа, 1984.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Өфө дәүләт нефть техник университетының көмөш билдәһе (2003).
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads