Паразитология

паразитлыҡ күренештәрен, паразиттарҙың биологияһын һәм экологияһын, шулай уҡ, паразиттар тыуҙырған ауырыуҙарҙы, улар менән көрәш саралар From Wikipedia, the free encyclopedia

Паразитология
Remove ads

Паразитология — паразитлыҡ күренештәрен, паразиттарҙың биологияһын һәм экологияһын, шулай уҡ, паразиттар тыуҙырған ауырыуҙарҙы, улар менән көрәш сараларын[1] өйрәнеүсе комплекслы биология фәне.

Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты ...

Фәнни йүнәлештәр

Дөйөм паразитология - төрлө этиологиялы (сығыштары, тәбиғәттәре, сирҙе барлыҡҡа килтереү сәбәптәре, клиник билдәләре буйынса) паразиттарға ҡаршы көрәштең фәнни нигеҙҙәрен, принциптарын өйрәнә.

Ветеринар паразитология — ветеринарияның, паразит хайуандарҙы һәм улар тыуҙырған ауырыуҙарҙы, клиник билдәләрен өйрәнеүсе бүлеге. Хайуандарҙы зарарланыуҙан һаҡлау сараларын, сирлеләрен дауалау ысулдарны асыҡлай.

Медицина паразитологияһы — медицинаның кешелә ауырыу тыуҙырыусы паразиттарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Паразиттар тыуҙырған сирҙәрҙе, сирлеләрҙә күҙәтелгән патологик хәлде өйрәнә. Уларҙы йоҡтороу юлдарын, сирҙе иҫкәртеү сараларын һәм дауалау ысулдарын асыҡлай.

Remove ads

Бүлектәре

Академик К,И,Скрябин хайуан һәм үҫемлек тәбиғәтле паразит организмдар булыуын иҫәпкә алып паразиттар тураһындағы дисциплиналар араһында фитопаразитология һәм зоопаразитология йүнәлештәрен айыра.[2]

Remove ads

Медицина паразитологияһы бурыстары

  • паразиттарҙың төрөн дөрөҫ билдәләү өсөн уларҙың үҫеш стадияларының барыһын да асыҡлап, төҙөлөш үҙенсәлектәрен өйрәнә
  • паразитология объекттары систематикаһын өйрәнеү, ҡайһы паразитар төркөмгә ҡарағанын асыҡлау
  • паразит -хужа мөнәсәбәттәрен өйрәнеү
  • паразиттарҙың үҫеш циклы үҙенсәлектәрен өйрәнеү, паразиттың тәбиғәттә циркуляция (тәбиғәттә әйләнешен) юлдарын, кеше организмына эләгеү ысулдарын асыҡлау
  • паразиттарҙың зарары, шулай уҡ, паразиттарға һәм сирҙе күсереүселәргә ҡаршы көрәш саралары тураһында белемдәргә нигеҙләнеп паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртә
  • паразитар ауырыуҙарҙы асыҡлауҙың һәм дауалауҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләй .
  • паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙе тәьмин итеүсе система булдырыу.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

  • Паразитология (журнал)
  • Паразитологический сборник (основан акад. Е. Н. Павловским)
  • Паразитарная система

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads