Петербург тарих-филология институты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Император Санкт-Петербург тарих-филология институты — рус. Императорский Санкт-Петербургский историко-филологический институт — Рәсәй империяһы юғары уҡыу йорто, гимназиялар һәм реаль училищелар өсөн рус теле, классик телдәр, тарих һәм география уҡытыусылары әҙерләгән[1]
Remove ads
Тарихы
1867 йылдың 27 июнендә (9 июль) Александр II указы менән булдырылған һәм унда ошолай әйтелгән: «Обращая внимание на недостаток в учителях и вообще средних учебных заведений, МЫ признали за благо учредить в С.-Петербурге особое для образования учителей высшее учебное заведение под названием Императорского Историко-Филологического Института». 1875 йылдан Рәсәйҙә тағы ла бер ошондай юғары уҡыу йорто эшләй башлай: Нежинскийҙағы А. А. Безбородко тарих-филология институты була ул. Ғилми белем биргән университеттарҙың тарих-филология факультеттарынан айырмалы рәүештә, был институттар урта уҡыу йорттары уҡытыусыларын әҙерләгән.
1904 йылға тиклем институт тулыһынса ҡаҙна иҫәбенә эшләй һәм ябыҡ уҡыу йорто була; 1907 йылдан үҙҙәре түләп уҡыған студентарҙы 10-дан арттырмай ҡабул итергә һәм уларҙы ҡаҙна иҫәбенә уҡыуға кандидатитеп тоторға рөхсәт ителә.
1914—1917 йылдарҙа — Петроград тарих-филология институты тип атала. 1919 йылдың декабрендә Беренсе Петроград университеты ҡарамағындағы Педагогик институтҡа үҙгәртеп ҡорола һәм һуңынан ЛДУ-ның филология һәм тарих факультеттары менән ҡушыла.
Remove ads
Уҡытыу шарттары
Уставҡа (§ 33) һәм халыҡ мәғарифы министры ҡарарына (21.04.1879) ярашлы, институтҡа 17 йәше тулған классик гимназиялар һәм 1-се разрядлы дини семинарҙар тамамлаған уҡыусылар ҡабул ителгән.
"Институтта аныҡ көн тәртибе булған. Көн һайын уҡыусыларҙы иртәнге сәғәт 7-лә уятҡандар, шунан ғибәҙәт, биналарҙы йыйыштырыу, иртәнге аш. Төшкө ашҡа тиклем — дүрт һәм төшкө аштан һуң ике лекция үткәрелә. Уҡыу көндәрендә студенттар институттан дежур тәрбиәсенән рөхсәт менән генә һәм көндөҙгө сәғәт 2-нән һуң швейцар китабында яҙма менән генә сыға алған; йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә шулай уҡ обеднянан һуң шундай тәртип урынлаштырылған булған "[2].
Уҡытыу курсы дүрт йылға иҫәпләнгән. Тәүге ике йыл — дөйөм һәм теоретик курстар, киләһе икеһе — махсус һәм практик (§ 24). Өсөнсө курсҡа күскәндә студенттар үҙ аллы белгеслектәрҙең береһен һайлай: боронғо телдәр (1869—1918 йй.);тел ғилеме (1869—1884 йй.); тарих (1869—1875 йй); тарих һәм география (1883—1894 йй.)
Белгестәр составы һәм уларҙың һаны Рәсәй мәғариф системаһында ихтыяждарға ярашлы үҙгәртелә.
Белем биреү курсын уңышлы тамамлағандарға университет кандидаттары кеүек үк хоҡуҡтар менән (1-се дәрәжә диплом алғанда) гимназия уҡытыусыһы исеме бирелә[3].
Уҡыусылар тулы ҡаҙна тотолғанға күрә, улар алты йылдан ашыу Халыҡ мәғарифы министрлығы ведомствоһында хеҙмәт итергә тейеш булған.
Remove ads
Тамамлаусылар
Институттың барлыҡҡа килеү йылында (1867) 23 студент ҡабул ителгән. Уставҡа ярашлы, уҡыусылар һаны 100 кешегә билдәләнгән (һәр курста 25-шәр кеше). 1867—1894 йылдарҙа 24 сығарылыш; «Курсты тамамлағаусылар яҡынса 20 , иң күбе — 27 һәм иң аҙы — 9». 1894 йылда уҡыусыларҙың дөйөм һаны — 491 ; шуларҙың 234-е — боронғо телдәр, 132-һе — телмәр ғилеме, 125-е — тарих һәм география буйынса белгес. 450-гә яҡыны уҡытыусы итеп, башлыса боронғо телдәр буйынса тәғәйенләнгән. 1909 йылға (38 сығарылыштан һуң) «тарихсылар» һаны ҡырҡа артҡан; 728 уҡыусынан: классик телдәр буйынса — 292 (40 %), рус теле — 188 (26 %), тарих һәм география — 248 (34 %). Иң ҙур сығарылыш 1908 йылда — 36 кеше; иң аҙ һан: 1893 — 6 уҡыусы, 1900 — 5, 1904 — 4.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Тәҡдим ителгән әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads