Покровка районы (БАССР)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Покров районы БАССР 1937 йылдың 20 мартында ойошторола һәм 1962 йылдың 12 декабрендә бөтөрөлә. Район үҙәге — Фёдоровка (Благовещен районы) ауылы, 1938 йылдан — Бедеево ауылы (әлеге ваҡытта — Бедеева Поляна).
КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР-ҙың Министрҙар Советы Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында» 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары нигеҙендә[1] Башҡортостанда 6 район ойошторола: Байҡыбаш районы, Воскресенск районы, Ишембай районы (1937-1940), Ҡандра районы, Матрай районы һәм Покров районы (БАССР)[2].
1.02.1963 (12.12.1962) Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Благовещенск, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Зилаир, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Маҡар, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Покров, Стәрлебаш, Тәтешле, Учалы, Федоровка, Шаран, Юмағужа райондары бөтөрөлә.
1937 йылда район төҙөлөү менән Покров райкомы ойошторола. КПСС Үҙәк Комитетының 1962 йылдың ноябрь айындағы Пленумы ҡарарына ярашлы район бөтөрөлә[3].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads